Башҡортостан рельефы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
Көнбайыш Башҡортостан [[Рус платформаһы]]ның көнсығыш сигендә һәм [[Урал алды]] сик бөгөмөндә урынлашҡан.
Уның боронғо нигеҙен магма һәм метаморф тоҡомдар тәшкил итә. Был нигеҙҙе ултырма тоҡомдар ҡатламы ҡаплаған. Нигеҙ горизонталь ятҡан ултырма тау тоҡомдарынан тора. Рус платформаһы Көнбайыш Башҡортостанда ла (Башҡортостандың Урал алды) шундай уҡ төҙөлөшлө. Нигеҙҙең өҫкө яғы тигеҙ түгел, ул ҡалҡып торған ҡатламдар йәки көмбәҙҙәр рәтен хасил иткән. Урал алды Башҡортостанының көнбайышында — Татар көмбәҙе, төньяҡта — Башҡорт көмбәҙе, ә көньяҡ-көнбайышта Ырымбур көмбәҙе айырылып тора.
 
Рельеф кристалл нигеҙҙең өҫкө йөҙөнөң рәүешен ҡабатлағандай. Мәҫәлән, Татар көмбәҙенә Бөгөлмә- Бәләбәй ҡалҡыулығы рельефы тура килә, ә Башҡорт көмбәҙе өҫтөндә Өфө ялпы таулығы ҡалҡҡан. Ырымбур көмбәҙе менән Дөйөм һырт ҡалҡыулығы бәйләнгән. [[Өфө]] ялпы таулығы менән Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы араһында [[Ағиҙел]] буйы тигеҙлеге йәйелеп ята. Ул нигеҙҙәге бөгөмгә (һығылған тапҡырға) тура килә.
Нигеҙҙең өҫкө яғы көнсығыш йүнәлештә Урал тауҙары буйынан тар һыҙат булып һуҙылған Урал алды сик бөгөмө яғына табан батҡан. Уның тәрәнлеге был тәңгәлдә 10 мең метрға тиклем етә. Бөгөм өҫтөнә Урал тауынан ишелгән тау тоҡомдары ултыра барған.
Юл 11 ⟶ 12:
[[Файл:005.jpg|thumb|right|300 px|Башҡортостан рельефы]]
Рельеф формаһы менән кристалл нигеҙҙең өҫкө йөҙө араһындағы бәйләнеш бында, әлбиттә, осраҡлы түгел. Ул ошо территорияның оҙайлы геологик үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
 
Был ерҙәрҙә бик боронғо, кембрийға тиклемге, геологик тарих осоронда тауҙар хасил булыу һәм вулкан урғылыу процестары туҡталған. Барлыҡҡа килгән [[тау тоҡомдары]], йыйырсыҡланып, юғары температура һәм баҫым аҫтында бик ныҡ үҙгәреш кисергән. Хәҙерге ваҡытта улар платформаның нигеҙен тәшкил итә һәм уның гнейс, кристалл [[һәүерташ]]тарҙан, [[кварцит]]тан, шулай уҡ [[магма тоҡомдар]] — гранит менән диабаздан тороуы билдәле.
 
Кембрийға тиклемге осорҙан һуң 150 млн йылдан ашыу ваҡыт буйына, йәғни ғәмәлдә бөтә иртә палеозой дәүерендә, был өлкә тигеҙ ҡоро ерҙән торған. Унда инде тау хасил булыу һәм вулкан күренештәре ҡабатланмаған. Фәҡәт тау тоҡомдары емерелеп, шул урындағы ер өҫтө тигеҙләнә барған. Ул бөтөнләй бер ниндәй тереклек булмаған ташлы сүлде тәш¬кил иткән. Сөнки ул саҡта, иртә палеозой дәүерендә, тереклек [[Донъя океаны]]нан сыҡмаған булған әле.
 
һуңғы палеозой башланған осорҙа Көнбайыш Башҡортостан еренә көнсығыштан диңгеҙ бассейны баҫып ингән һәм бында бөтә һуңғы палеозой буйына йәйрәп ятҡан. Ваҡыт- ваҡыт сигенеп торған диңгеҙ төбөндә башлыса мәте һәм эзбизташ ҡатламдары барлыҡҡа килгән. Хәҙерге ваҡытта улар платформаның ултырма өҫкө ҡатламын тәшкил итә һәм был япманы скважина быраулап ҡына асырға мөмкин. Улар араһында девон, таш күмер һәм пермь ҡатлам-дары айырылып тора. Нигеҙҙе ябып торған ултырма тау тоҡомдары ҡатламы горизонталь яҫылыҡта ята, тик ҡайһы бер урындарҙа ғына улар һөҙәк тулҡындар хасил итеп бөгөлгән.
 
Юл 47 ⟶ 51:
 
=== Көньяҡ Уралдың геологик үҫеше тарихында өс төп этап ===
 
# Тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе кембрийға тиклемге дәүерҙең ахырында йыйырсыҡланыуҙың Байҡал осоронда башланған. Шул саҡта уҡ әле ер ҡабығы сатнап, эре-эре ҡатламдар өймәкләшеп тау һырттарын хасил иткән. Палеозойға тектоник хәрәкәттәр һүлпәнәйгән, тауҙар әкренләп емерелгән, Көньяҡ Уралға бик ҙур диңгеҙ бассейны ябырылған.
# Палеозой дәүере ахырында тау барлыҡҡа килеүҙең герцин осоронда Көньяҡ Уралда яңынан тектоник хәрәкәттәр һәм магма процестары көсәйгән. Ҡатламдар өймәкләшеп, яңы тауҙар хасил иткән. Көньяҡ Урал менән Рус платформаһы сигендә ер ҡабығының көнсығыштан ҡыҫылыу ы һөҙөмтәһендә Урал алды сит бөгөмө барлыҡҡа килгән. Ул Рус платформаһын баҫҡан киң дингеҙ бассейнының сиген тәшкил иткән. Диңгеҙ төбөнөң һай урындарында Көньяҡ Урал буйлап хәҙергеләренә оҡшаш ҡалҡыу рифтар теҙмәһе һуҙылған. Хәҙерге ваҡытта уларҙың бер өлөшө ер өҫтөнә яңғыҙ тауҙар йәки шихандар рәүешендә ҡалҡып сыҡҡан. Бындай шихандарҙы, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһына яҡын ерҙә күрергә мөмкин. Мезозой башланғанда диңгеҙ бассейны сигенгән. Уның урынында тигеҙлек йәйелеп ҡалған.
Юл 63 ⟶ 66:
 
=== Өлкәнең геологик үҫеш тарихының өс этабы ===
 
# Кембрийға тиклемге осорҙан бирле бында йәшәп килгән бик ҙур ҡитға палеозой дәүере башында икегә бүленгән. Шуның һөҙөмтәһендә Рус һәм Себер платформалары айырылған. Улар араһында киң океан барлыҡҡа килгән. Ҡоро ер өлөштәре утрау-утрау булып һаҡланып ҡалған.
# Палеозойҙың икенсе яртыһында ер ҡабығының һуҙылыуы уның ҡыҫылыуы менән алмашына. Океан ҡабығын ҡыҫып, Уралға көнсығыштан әкрен генә Көнсығыш Урал ҡитғаһы хәрәкәт итә. һөҙөмтәлә океандың майҙаны яйлап бәләкәйлән-гәндән-бәләкәйләнә.
# Палеозой ахырында Рус платформаһы менән Көнсығыш Урал ҡитғаһы яҡыная барып, бер-береһе менән бәрелешә. Уларҙы айырып торған океан ҡоро ер ҡыҫымынан тамам юҡҡа сыға, үрҙә әйтеп кителгәнсә, Уралда тауҙар барлыҡҡа килә, Башҡортостандың Урал аръяғында ла ер ҡабығы йыйырсыҡланып, бер-береһенең өҫтөнә өймәкләнә барған.
 
== Әҙәбиәт ==
* Хисмәтов М. Ф., Сухов В. П.  Башҡортостан географияһы. 9 -сы класс, Өфө, "«Китап"» 2001 йыл. 200 бит.
 
[[Категория:Башҡортостан рельефы]]