Башҡортостандың тәбиғәт зоналары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
47 юл:
 
Ул Уралтау һыртынан көнсығышҡа һәм көньяҡҡа табан [[Йылайыр]] ялпы таулығында йәйелеп ята. Был зонала [[Ирәндек]] һәм [[Ҡырҡтытау]] һырттары һауаға олғашып тора. Зона көнбайыштан таулы-урманлы зона менән, ә көнсығыштан Башҡортостандың Урал аръяғы далалары менән сикләнә.
Таулы-урманлы дала зонаһының ер өҫтөнә ҡыраз түбәле тауҙар теҙмәһе һәм ваҡ-ваҡ убалар хас. Тау ҡыраздары ҡатып ҡалған тулҡындарҙы хәтерләтә: уларҙың битләүҙәре көнбайыштан һәм көньяҡтан текә булып күтәрелә, ә көнсығыштан һәм төньяҡтан һөҙәкләнеп түбән төшә. Майҙанының 60%-ы урман менән ҡапланған. Урмандары ҡайын сауҡалыҡтарынан, [[ҡайын]] һәм киң япраҡлы, ҡайын һәм ылыҫлы ағас-ағастарҙан тора. Урмандар башлыса төньяҡ һәм көнбайыш тау битләүҙәрен ҡаплап үҫә. Тауҙың асыҡ урындарында һолүлән, ҡылған сал сәсен елдә сайҡап ултыра.
Зонала һоро урман тупрағы, шулай уҡ ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Климаты ҡитғаныҡы, ҡоролоҡло.
Таулы-урманлы далала бер нисә тәбиғәт ҡомартҡыһы айырылып тора. Уларҙан [[Учалы]] ҡалаһы янындағы [[Өргөн]] күле — иң күренеклеһе. Уның ярҙарын бик матур [[ҡарағай]] һәм япраҡлы урман әйләндерел алған. [[Учалы районы]]ның төньяғында Ауышкүл йәйрәп ята, ул [[Ауышкүл]] йәшмә ятҡылыҡтары менән дан ҡаҙанды. Унда һары төҫтәге йәшмә сығарыла. Төрлөсә тармаҡланған ҡара һәм һоро һыҙаттар был таштарға айырыуса күркәмлек бирә.
Таулы-урманлы дала зонаһының көньяғында [[Йылайыр]], [[Ейәнсура]], [[Хәйбулла]] райондары ерҙәрендә [[Шайтантау]] урынлашҡан. Унда [[заказник]] ойошторолған. Ул ошо зонаның иң гүзәл тәбиғәтле урындарының береһе. Бында далалар имән, ҡайын һәм башҡа киң япраҡлы урмандар менән аралашып килә.
 
 
 
 
[[Категория:Башҡортостан тәбиғәте]]