Йөрәк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
14 юл:
Йөрәктең төҙөлөшө был ағза башҡарған эш менән турана-тура бәйле. Йөрәк тоташ бүлге менән ике өлөшкә — һул һәм уң өлөштәргә бүленгән. Был ике өлөш үҙ сиратында бер-береһенә тоташҡан ике бүлеккә бүленә: өҫкөһө — ''йөрәк алды'', аҫҡы бүлек — ''ҡарынсаҡ'' тип йөрөтөлә. Шулай итеп, барлыҡ имеҙеүсе хайуандарҙыҡы кеүек, кеше йөрәге лә дүрт камералы: ул ике йөрәк алдынан һәм ике ҡарынсыҡтан тора.
 
Йөрәк алдарының көбө ҡарынсыҡтар көбөнә ҡарағанда байтаҡҡа йоҡараҡ. Был йөрәк алдары башҡарған эштең сағыштырмаса ҙур булмауына бәйләнгән. Улар ҡыҫҡарғанда, [[ҡан]] ҡарынсыҡтарға инә. Артабан ҡарынсыҡтар байтаҡҡа күберәк эш башҡара: [[ҡан]]ды тамырҙарҙың [[оганизм]] буйлап һуҙылған бар оҙонлоғо буйынса ҡыуа. Һул ҡарынсыҡтың мускул көбө уң ҡарынсыҡтыҡына ҡарағанда ҡалыныраҡ, сөнки ул тағы ла ҙурыраҡ күләмдә эш башҡара. Һәр йөрәкә алды менән ҡарынсыҡ араһындағы сиктә ҡапҡас һымаҡ ике яҡҡа асыла торған клапандар бар. Улар тарамыш ептәре менән йөрәк көптәренә беркетелгән. Был — ''япраҡлы клапандар''.
 
Йөрәк алдары ҡыҫҡарғанда, клапандарҙың япраҡтары ҡарынсыҡтар эсенә һалынып төшә, һәм [[ҡан]] йөрәк алдарынан ҡарынсыҡтарға иркен үтә. Ҡарынсыҡтар ҡыҫҡарғанда, япраҡтарҙың клапандары ябыла һәм йөрәк алдарына инеү юлын томалай. Был [[ҡан]]дың тик бары бер йүнәлештә генә — йөрәк алдарынан ҡарынсыҡтарға табан ғына хәрәкәтләнеүен тәьмин итә.
 
== Сығанаҡтар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йөрәк» битенән алынған