Йөрәк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
рәсем
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
 
== Дөйөм мәғлүмәттәр ==
Йөрәк ([[латин теле|латинса]] — «''соr''», [[грек теле|грекса]] «''καρδιά''», [[урыҫ теле]]ндә «''сердце''») тик унда ғына булған үҙенсәлекле мускулдарҙан тора, эсе ҡыуыш, тоташтырғыс туҡыманан барлыҡҡа килгән ''йөрәк ҡабында'' ята. Йөрәк ҡабының эске йөҙө йөрәкте еүешләп тороусы һәм ҡыҫҡарғанда ышҡылыуҙы кәметеүсе шыйыҡса бүлеп сығара.
 
Йөрәк, [[ҡан]]ды тамырҙарға ҡыуып, умартҡалылар [[организм]]ы өсөн бик мөһим булған [[ҡан әйләнеше]]н тыуҙыра. Даими хәрәкәтләнеп торһа ғына, [[ҡан]] үҙ бурысын үтәй ала. Шулай итеп, йөрәк һәм [[ҡан]] тамырҙары [[ҡан әйләнеше]] системаһын тәшкил итә. Йөрәктең тибеүҙән туҡтауы [[организм]]дың үлеменә килтерә, сөнки туҡымаларға [[кислород]] менән йәшәү өсөн мотлаҡ булған матдәләр килмәй, һәм бер үк ваҡытта уларҙан тарҡалыу продукттары сығарылмай, һөҙөмтәлә [[организм]] ағыулана.
11 юл:
Йөрәктең ауырлығы, кешенең енесенә ҡарап, оло ирҙәрҙә 250—300, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 300—350 грамм була. Бер минут арауығында уртаса 72 тапҡыр ҡыҫылып типкән был тән ағзаһы 66 йылда, мәҫәлән, 2 ярым миллиардҡа яҡын цикл яһай. Кеше йөрәге аша бер тәүлектә 7 000 — дән 10 000 [[литр]]ға тиклем, йыл эсендә 3 150 0000 [[литр]]ға яҡын [[ҡан]] үтә.
 
== Кеше йөрәгенең төҙөлөшө ==
== Йөрәк сирҙәре ==
Йөрәктең төҙөлөшө был ағза башҡарған эш менән турана-тура бәйле. Йөрәк тоташ бүлге менән ике өлөшкә — һул һәм уң өлөштәргә бүленгән. Был ике өлөш үҙ сиратында бер-береһенә тоташҡан ике бүлеккә бүленә: өҫкөһө — ''йөрәк алды'', аҫҡы бүлек — ''ҡарынсаҡ'' тип йөрөтөлә. Шулай итеп, барлыҡ имеҙеүсе хайуандарҙыҡы кеүек, кеше йөрәге лә дүрт камералы: ул ике йөрәк алдынан һәм ике ҡарынсыҡтан тора.
 
Йөрәк алдарының көбө ҡарынсыҡтар көбөнә ҡарағанда байтаҡҡа йоҡараҡ. Был йөрәк алдары башҡарған эштең сағыштырмаса ҙур булмауына бәйләнгән. Улар ҡыҫҡарғанда, [[ҡан]] ҡарынсыҡтарға инә. Артабан ҡарынсыҡтар байтаҡҡа күберәк эш башҡара: [[ҡан]]ды тамырҙарҙың [[оганизм]] буйлап һуҙылған бар оҙонлоғо буйынса ҡыуа. Һул ҡарынсыҡтың мускул көбө уң ҡарынсыҡтыҡына ҡарағанда ҡалыныраҡ, сөнки ул тағы ла ҙурыраҡ күләмдә эш башҡара. Һәр йөрәкә алды менән ҡарынсыҡ араһындағы сиктә ҡапҡас һымаҡ ике яҡҡа асыла торған клапандар бар. Улар тарамыш ептәре менән йөрәк көптәренә беркетелгән. Был — ''япраҡлы клапандар''.
 
== Сығанаҡтар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йөрәк» битенән алынған