Башҡортостан рельефы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Көньяҡ Уралдың тәрәндәге төҙөлөшө, шулай уҡ тау тоҡомдарының составы уның геологик үҫеш тарихы менән бәйләнгән. Әле күптән түгел элек байтаҡ ғалимдар Урал тауҙары ер ҡабығының вертикаль йүнәлештә күтәрелеүенән барлыҡҡа килгән тип иҫәпләгән. Ләкин һуңғы ваҡытта геологтар Уралда тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе горизонталь хәрәкәттәр һөҙөмтәһе булыуына ышандырырлыҡ байтаҡ мәғлүмәт тупланы. Был хәрәкәттәр көнсығыштан, Көнбайыш Себер яғынан бер яҡлы баҫым яһалыу сәбәпле хасил булған. Баҫым аҫтында тау тоҡомдары йәнселгән һәм сатнаған. Ярылған һөҙәк урындарға көнсығыштан яйлап ер ҡабығының эре-эре ҡаттары шыуышып өймәкләнгән. Был күренеште йылғала боҙ китә башлау менән сағыштырырға мөмкин, ул саҡта ла бит боҙ сатнай-ярыла һәм оло-оло боҙҙар бер-береһенең өҫтөнә өймәкләнеп аға.
 
=== Көньяҡ Уралдың геологик үҫеше тарихында өс төп этап ===
 
# Тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе кембрийға тиклемге дәүерҙең ахырында йыйырсыҡланыуҙың Байҡал осоронда башланған. Шул саҡта уҡ әле ер ҡабығы сатнап, эре-эре ҡатламдар өймәкләшеп тау һырттарын хасил иткән. Палеозойға тектоник хәрәкәттәр һүлпәнәйгән, тауҙар әкренләп емерелгән, Көньяҡ Уралға бик ҙур диңгеҙ бассейны ябырылған.
# Палеозой дәүере ахырында тау барлыҡҡа килеүҙең герцин осоронда Көньяҡ Уралда яңынан тектоник хәрәкәттәр һәм магма процестары көсәйгән. Ҡатламдар өймәкләшеп, яңы тауҙар хасил иткән. Көньяҡ Урал менән Рус платформаһы сигендә ер ҡабығының көнсығыштан ҡыҫылыу ы һөҙөмтәһендә Урал алды сит бөгөмө барлыҡҡа килгән. Ул Рус платформаһын баҫҡан киң дингеҙ бассейнының сиген тәшкил иткән. Диңгеҙ төбөнөң һай урындарында Көньяҡ Урал буйлап хәҙергеләренә оҡшаш ҡалҡыу рифтар теҙмәһе һуҙылған. Хәҙерге ваҡытта уларҙың бер өлөшө ер өҫтөнә яңғыҙ тауҙар йәки шихандар рәүешендә ҡалҡып сыҡҡан. Бындай шихандарҙы, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһына яҡын ерҙә күрергә мөмкин.Мезозой башланғанда диңгеҙ бассейны сигенгән. Уның урынында тигеҙлек йәйелеп ҡалған.
 
# Тауҙар барлыҡҡа килеүҙең альп осоронда тектоник хәрәкәттәр яңынан көсәйгән, һөҙөмтәлә ҡыҫылып өймәкләнгән оҙон һәм тар ҡатламдар Урал тауҙарының яңынан-яңы һырттарын барлыҡҡа килтергән. Ҡатламдарҙың ҡыҫылыуынан күтәрелгән өлөштәре ер өҫтөндә һырттар булып ҡалҡҡан. Мәҫәлән, Елмерҙәк ҡатламы Елмерҙәк һырты булып күтәрелгән. Ҡағиҙә рәүешендә, һырттар көнбайыштан текә һәм көнсығыштан һөҙәк.
# Палеозой дәүере ахырында тау барлыҡҡа килеүҙең герцин осоронда Көньяҡ Уралда яңынан тектоник хәрәкәттәр һәм магма процестары көсәйгән. Ҡатламдар өймәкләшеп, яңы тауҙар хасил иткән. Көньяҡ Урал менән Рус платформаһы сигендә ер ҡабығының көнсығыштан ҡыҫылыу ы һөҙөмтәһендә Урал алды сит бөгөмө барлыҡҡа килгән. Ул Рус платформаһын баҫҡан киң дингеҙ бассейнының сиген тәшкил иткән. Диңгеҙ төбөнөң һай урындарында Көньяҡ Урал буйлап хәҙергеләренә оҡшаш ҡалҡыу рифтар теҙмәһе һуҙылған. Хәҙерге ваҡытта уларҙың бер өлөшө ер өҫтөнә яңғыҙ тауҙар йәки шихандар рәүешендә ҡалҡып сыҡҡан. Бындай шихандарҙы, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһына яҡын ерҙә күрергә мөмкин.
Мезозой башланғанда диңгеҙ бассейны сигенгән. Уның урынында тигеҙлек йәйелеп ҡалған.
 
# Тауҙар барлыҡҡа килеүҙең альп осоронда тектоник хәрәкәттәр яңынан көсәйгән, һөҙөмтәлә ҡыҫылып өймәкләнгән оҙон һәм тар ҡатламдар Урал тауҙарының яңынан-яңы һырттарын барлыҡҡа килтергән. Ҡатламдарҙың ҡыҫылыуынан күтәрелгән өлөштәре ер өҫтөндә һырттар булып ҡалҡҡан. Мәҫәлән, Елмерҙәк ҡатламы Елмерҙәк һырты булып күтәрелгән. Ҡағиҙә рәүешендә, һырттар көнбайыштан текә һәм көнсығыштан һөҙәк.
 
Тикшеренеүселәрҙең баһалауы буйынса, неоген-дүртенсел осорҙа, йәғни 25 млн йыл элек, Уралтау һырты тирәһендә күтәрелгән урындар 700 м һәм унан да бейегерәк, ә Көньяҡ Уралдың башҡа төбәктәрендә 500-ҙән 300 метрға тиклем бейеклектә булған. Хәҙерге ваҡытта Көньяҡ Уралдағы бындай хәрәкәттәр яй ғына дауам итә.
12 260

үҙгәртеү