Башҡортостан рельефы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
9 юл:
=== Рельеф формалары===
Рельеф формаһы менән кристалл нигеҙҙең өҫкө йөҙө араһындағы бәйләнеш бында, әлбиттә, осраҡлы түгел. Ул ошо территорияның оҙайлы геологик үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Был ерҙәрҙә бик боронғо, кемб-рийғакембрийға тиклемге, геологик тарих осоронда тауҙар хасил булыу һәм вулкан урғылыу процестары туҡталған. Барлыҡҡа килгән [[тау тоҡомдары]], йыйырсыҡланып, юғары температура һәм баҫым аҫтында бик ныҡ үҙгәреш кисергән. Хәҙерге ваҡытта улар платформаның нигеҙен тәшкил итә һәм уның гнейс, кристалл һәүерташтарҙан[[һәүерташ]]тарҙан, кварциттан[[кварцит]]тан, шулай уҡ [[магма тоҡомдар]] — гранит менән диабаздан тороуы билдәле.
Кембрийға тиклемге осорҙан һуң 150 млн йылдан ашыу ваҡыт буйына, йәғни ғәмәлдә бөтә иртә палеозой дәүерендә, был әлкәөлкә тигеҙ ҡоро ерҙән торған. Унда инде тау хасил булыу һәм вулкан күренештәре ҡабатланмаған. Фәҡәт тау тоҡомдары емерелеп, шул урындағы ер өҫтө тигеҙләнә барған. Ул бөтөнләй бер ниндәй тереклек булмаған ташлы сүлде тәш¬кил иткән. Сөнки ул саҡта, иртә палеозой дәүерендә, тереклек [[Донъя океанынанокеаны]]нан сыҡмаған булған әле.
һуңғы палеозой башланған осорҙа Көнбайыш Башҡортостан еренә көнсығыштан диңгеҙ бассейны баҫып ингән һәм бында бөтә һуңғы палеозой буйына йәйрәп ятҡан. Ваҡыт- ваҡыт сигенеп торған диңгеҙ төбөндә башлыса мәте һәм эзбизташ ҡатламдары барлыҡҡа килгән. Хәҙерге ваҡытта улар платформаның ултырма өҫкө ҡатламын тәшкил итә һәм был япманы скважина быраулап ҡына асырға мөмкин. Улар араһында девон, таш күмер һәм пермь ҡатлам-дары айырылып тора. Нигеҙҙе ябып торған ултырма тау тоҡомдары ҡатламы горизонталь яҫылыҡта ята, тик ҡайһы бер урындарҙа ғына улар һөҙәк тулҡындар хасил итеп бөгөлгән.
Һуңғы палеозой ахырында, йәғни пермь дәүерендә, диңгеҙ бассейны аҡрынлап һайыға барған. Уның төбөндә таш тоҙ һәм гипс тупланған. Гипстарҙы тау тоҡомдары ер өҫтөнә сығып торған урындарҙа ла күрергә мөмкин. Саф гипс — шәкәр һымаҡ ап-аҡ, йомшаҡ, уны тырнаҡ менән дә сыймаҡлап була. Гипстың был төрө алебастр тип атала. Сүсле гипс — селенит һәм үтә күренмәле, ҡатлы-ҡатлыһы ла осрай. Уны Марья быялаһы тип йөрөтәләр. Ул үтә күренмәле слюдаға оҡшаған, ләкин унан айырмалы рәүештә үтә күренмәле гипс ҡаттары бөгөлмәй, һына ғына.
Ер өҫтөнә сығып торған гипс менән бер рәттән палеозой дәүеренең иң йәш тау тоҡомдарын да күрергә мөмкин, улар — ҡыҙыл төҫтәге ҡомташ, балсыҡ һәм уларҙың ҡатнаш¬малары. Был ҡатлам, палеозойҙың диңгеҙ бассейны тамам сигенгәс, ҡоро ер өҫтөндә барлыҡҡа килгән.
 
[[Мезозой дәүере]] башында был ерҙәрҙә тотош ҡоро ер йәйелеп ятҡан. Был заманда ҡалҡып сыҡҡан Көньяҡ Урал тауҙарынан йылғалар ҡырсынташ һәм ҡомдо йыуып алып төшкән. Был ҡатламдарҙы геологтар триас системаһына индерәләр. Ҡыҙыл төҫтәге балсыҡ, конгломерат һәм ҡомташтан торған был ҡатламдарҙы Көнбайыш Башҡортостандың көньяғында күрергә мөмкин. Был ҡатламдарҙа үле һөйрәлеүселәрҙең һәм [[ер-һыу хайуандарыныңхайуандары]]ның таш булып ҡатып ҡалған ҡалдыҡтары осрай.
 
Мезозой дәүеренең юра осоронда Көнбайыш Башҡортостандың көньяҡ өлөшөн һай һыулы диңгеҙ бассейны баҫып алған. Был диңгеҙҙән ҡалған ултырма тоҡомдар хәҙерге ваҡытта республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығышында Таналыҡ йылғаһы бассейнында һаҡланып ҡалған. Улар башлыса — балсыҡ, ҡом һәм ҡырсынташ. Ҡатлам эсендә ҡаҙылдыҡ ҙур-ҙур әкәм-төкәм ҡабырсаҡтарын, тышҡы күренештәре орсоҡҡа оҡшаған белемнит (әкәм-төкәмдәр ғаиләһенән) ҡалдыҡтарын осратып була. Халыҡ һуңғыларын «шайтан бармағы» тип тә йөрөтә.
 
[[Аҡбур]] осоронда диңгеҙ Көнбайыш Башҡортостандың күп өлөшөн яңынан баҫып ала. Хәҙерге ваҡытта был диңгеҙҙән ҡалған ултырма тоҡомдар — аҡбур ҡатламдары тулыһынса тиерлек йыуылған һәм Ағиҙелдең уң һәм һул яр буйында Рамазан, Кинйәкәй, Кинйәбулат, Байғужа, Тимаш, Венера, Орловка, Тоҡман, Ергән, Талалаевка һәм башҡа ауылдар тирәһендә генә һаҡланып ҡалған.
 
Кайнозой дәүерендә диңгеҙ бассейны йәнә ике тапҡыр был ергә үтеп ингән, һуңғыһында диңгеҙ көньяҡтан, Каспий диңгеҙе яғынан баҫҡан. Кайнозой дәүерендә тектоник хәрәкәттәр көсәйгән, Рус платформаһының нигеҙе ярылған, уның айырым өлөштәре өҫкә ҡалҡҡан. Шуға бәйле рәүештә рельефтың өҫкә күтәрелгән һәм ҡалҡып торған өлөштәре хасил булған.