Һалҡын һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Һалҡын һуғыш''' — бер яҡтан [[СССР]] һәм уның союздаштары, икенсе яҡтан [[АҠШ]] һәм уның союздаштары араһындағы 1946 йылдан 1991 йылға тиклем дауам иткән һәм бөтә Ер шарын солғап алған сәйәси, хәрби, иҡтисади һәм [[идеология|идеологик]] өлкәләрҙәге ҡапма-ҡаршылыҡ (конфронтация).
 
== Дөйөм мәғлүмәт ==
Халыҡ-ара [[хоҡуҡ]] күҙлегенән тулы мәғәнәлә «һуғыш» тип атап булмаған был ҡапма-ҡаршылыҡтың төп йүнәлеше — [[идеология|идеологик]] көрәш булды. Ул үҙ сиратында [[Америка Ҡушма Штаттары]]ндағы капиталистик йәмғиәт һәм [[Советтар Союзы]]нда иғлан ителгән социалистик йәмғиәт араһындағы үҙ-ара килешмәүсәнлектән килеп сыҡты.
 
Юл 7 ⟶ 8:
Һалҡын һуғыш ҡайһы бер йылдарҙа «өсөнсө донъя һуғышы» тоҡаныу ҡурҡынысын тыуҙырған ғәҙәти һәм ядро ҡоралдары буйынса ҡыҙыу ҡоралланыу менән үрелеп барҙы. 1962 йылғы «Кариб көрсөгө» ([[урыҫ теле|урыҫса]] «Карибский кризис») бөтә Ер шарын нәҡ ошондай һәләкәт сигенә килтереп баҫтырҙы. Шуға ла артабанғы 70-се йылдарҙа [[СССР]] халыҡ-ара көсөргәнешлекте йомшартыу һәм ҡоралланыуҙы сикләү өсөн һиҙелерлек көс һалды.
1985 йылда [[Советтар Союзы]]нда власҡа килгән [[Горбачёв Михаил Сергеевич|Михаил Горбачев]] башлаған «үҙгәртеп ҡороуҙар» ([[урыҫ теле|урыҫса]] «перестройка») сәйәсәте [[КПСС]]-тың етәксе роленың юҡҡа сығыуына килтерҙе. Иҡтисади көрсөк, ижтимағи һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙәге хәл ителмәгән мәсьәләләр һәм башҡа бик күп эске һәм тышҡы сәбәптәр арҡаһында 1991 йылдың декабрендә [[СССР]]-ҙың тарҡалыуы һалҡын һуғыштың тамаланыуына сәбәп булды. Көнсығыш Европаның [[Советтар Союзы]] ярҙамынан мәхрүм булып, терәк һәм таянысһыҙ ҡалған коммунистик хөкүмәттәре бынан алда, 1989–1990 йылдарҙа уҡ ҡолатылғайны. 1991 йылдың 1 июлендә «Варшава договоры» рәсми рәүештә үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатты. Аҙ ғына һуңыраҡ, 1991 йылдың 19—21 авгусындағы ваҡиғаларҙан һуң [[СССР]]-ҙың юғары даирәләре барлыҡ власын юғалтты һәм был хәлде һалҡын һуғыштың тулыһынса тамамланыуы тип иҫәпләргә мөмкин.
 
== Аңлатма тарихынан ==
== Һалҡын һуғыштың ҡыҫҡаса тарихы ==
 
== Әҙәбиәт ==