Башҡортостан рельефы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
22 юл:
 
Кайнозой дәүерендә диңгеҙ бассейны йәнә ике тапҡыр был ергә үтеп ингән, һуңғыһында диңгеҙ көньяҡтан, Каспий диңгеҙе яғынан баҫҡан. Кайнозой дәүерендә тектоник хәрәкәттәр көсәйгән, Рус платформаһының нигеҙе ярылған, уның айырым өлөштәре өҫкә ҡалҡҡан. Шуға бәйле рәүештә рельефтың өҫкә күтәрелгән һәм ҡалҡып торған өлөштәре хасил булған.
 
== Таулы Башҡортостан ==
 
Таулы Башҡортостан Көньяҡ Уралды биләй. Рельефы буйынса ул ҡулдар менән телгеләнгән тау һырттары теҙмәһенән тора. Тау һырттары меридиан йүнәлешендә һуҙылған.
 
Урал тау һырты төп һыу айырғыс һырт булып тора. Унан да бейегерәк, мәҫәлән, [[Машаҡ]], [[Әүәләк]] һырттары Урал тауынан көнбайышҡа табан урынлашҡан. Улар араһында Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәләре — [[Оло Ирәмәл]] (1582 м) һәм [[Ямантау]] (1640 м) бар. Уларҙан көнбайышҡа табан һырттар баҫҡыс һымаҡ булып тәпәшәкләнә бара. Был тәңгәлде Көньяҡ Уралдың Көнбайыш битләүе тип йөрөтәләр.
 
Уралтауҙан көнсығышта, Көнсығыш битләүҙә, был «баҫҡыс» ҡыҫҡараҡ, [[Көньяҡ Урал]] бында үҙен көнсығыштан уратып алған Көнбайыш Себер тигеҙлегенә табан ҡырт өҙөлә, текә ҡая булып төшә.
 
Тауҙар көньяҡ йүнәлештә талғын ғына һөҙәкләнә бара. Республиканың көньяҡ сигендә тау һырттары аҡрынлап Йылайыр ялпы таулығына (Көньяҡ Урал ялпы таулығына) барып тоташа.
 
Урал тауҙарының төҙөлөшө йыйырсыҡлы, өҫтө-өҫтөнә менеп