Һалҡын һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
"'''Һалҡын һуғыш''' — бер яҡтан СССР һәм уның союздаштары, икенсе яҡтан АҠШ һ…" исемле яңы бит булдырылған
 
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
 
Ике яҡтың бер-береһенә ҡаршы тороуы уларҙың донъяның теләһә ниндәй өлөшөндәге низағтарҙа мотлаҡ ҡатнашыуына һәм хәл-ваҡиғаларҙың артабанғы үҫешенә нисек булһа ла ҡыҫылыуына килтерҙе. [[АҠШ]]-тың да, [[Советтар Союзы]]ның да бар тырышлығы тәү сиратта сәйәси өлкәлә өҫтәнлөк итеүгә йүнәлтелде. Шуға ла улар үҙҙәренең йоғонтоһо аҫтындағы илдәр ингән «[[НАТО]]» (Төнъяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы) һәм «Варшава килешеү ойошмаһы» тип аталған хәрби-сәйәси берләшмәләр (блоктар) төҙөнө.
 
Һалҡын һуғыш ҡайһы бер йылдарҙа «өсөнсө донъя һуғышы» тоҡаныу ҡурҡынысын тыуҙырған ғәҙәти һәм ядро ҡоралдары буйынса ҡыҙыу ҡоралланыу менән үрелеп барҙы. 1962 йылғы «Кариб көрсөгө» ([[урыҫ теле|урыҫса]] «Карибский кризис») бөтә Ер шарын нәҡ ошондай һәләкәт сигенә килтереп баҫтырҙы. Шуға ла артабанғы 70-се йылдарҙа [[СССР]] халыҡ-ара көсөргәнешлекте йомшартыу һәм ҡоралланыуҙы сикләү өсөн һиҙелерлек көс һалды.
1985 йылда [[Советтар Союзы]]нда власҡа килгән [[Горбачёв Михаил Сергеевич|Михаил Горбачев]] башлаған «үҙгәртеп ҡороуҙар» ([[урыҫ теле|урыҫса]] «перестройка») сәйәсәте [[КПСС]]-тың етәксе роленың юҡҡа сығыуына килтерҙе. Иҡтисади көрсөк, ижтимағи һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙәге хәл ителмәгән мәсьәләләр һәм башҡа бик күп эске һәм тышҡы сәбәптәр арҡаһында 1991 йылдың декабрендә [[СССР]]-ҙың тарҡалыуы һалҡын һуғыштың тамаланыуына сәбәп булды. Көнсығыш Европаның [[Советтар Союзы]] ярҙамынан мәхрүм булып, терәк һәм таянысһыҙ ҡалған коммунистик хөкүмәттәре бынан алда, 1989–1990 йылдарҙа уҡ ҡолатылғайны. 1991 йылдың 1 июлендә «Варшава договоры» рәсми рәүештә үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатты. Аҙ ғына һуңыраҡ, 1991 йылдың 19—21 авгусындағы ваҡиғаларҙан һуң [[СССР]]-ҙың юғары даирәләре барлыҡ власын юғалтты һәм был хәлде һалҡын һуғыштың тулыһынса тамамланыуы тип иҫәпләргә мөмкин.
 
 
== Әҙәбиәт ==