Башҡортостан рельефы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Башҡортостан релефының төп өс өлкәһе бар: Көнбайыш Башҡортостан, Таулы Башҡортостан, Башҡортостандың Урал аръяғы.
 
== Көнбайыш Башҡортостан ==
== Урынлашыуы ==
Көнбайыш Башҡортостан Рус платформаһының көнсығыш сигендә һәм Урал алды сик бөгөмөндә урынлашҡан.
Уның боронғо нигеҙен магма һәм метаморф тоҡомдар тәшкил итә. Был нигеҙҙе ултырма тоҡомдар ҡатламы ҡаплаған. Нигеҙ горизонталь ятҡан ултырма тау тоҡомдарынан тора. Рус платформаһы Көнбайыш Башҡортостанда ла (Башҡортостандың Урал алды) шундай уҡ төҙөлөшлө. Нигеҙҙең өҫкө яғы тигеҙ түгел, ул ҡалҡып торған ҡатламдар йәки көмбәҙҙәр рәтен хасил иткән. Урал алды Башҡортостанының көнбайышында — Татар көмбәҙе, төньяҡта — Башҡорт көмбәҙе, ә көньяҡ-көнбайышта Ырымбур көмбәҙе айырылып тора.
Нигеҙҙең өҫкө яғы көнсығыш йүнәлештә Урал тауҙары буйынан тар һыҙат булып һуҙылған Урал алды сик бөгөмө яғына табан батҡан. Уның тәрәнлеге был тәңгәлдә 10 мең метрға тиклем етә. Бөгөм өҫтөнә Урал тауынан ишелгән тау тоҡомдары ултыра барған.
 
=== Рельеф формалары===
Рельеф формаһы менән кристалл нигеҙҙең өҫкө йөҙө араһындағы бәйләнеш бында, әлбиттә, осраҡлы түгел. Ул ошо территорияның оҙайлы геологик үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Был ерҙәрҙә бик боронғо, кемб-рийға тиклемге, геологик тарих осоронда тауҙар хасил булыу һәм вулкан урғылыу процестары туҡталған. Барлыҡҡа килгән тау тоҡомдары, йыйырсыҡланып, юғары температура һәм баҫым аҫтында бик ныҡ үҙгәреш кисергән. Хәҙерге ваҡытта улар платформаның нигеҙен тәшкил итә һәм уның гнейс, кристалл һәүерташтарҙан, кварциттан, шулай уҡ магма тоҡомдар — гранит менән диабаздан тороуы билдәле.
12 260

үҙгәртеү