Башҡортостан рельефы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
" == Урынлашыуы == Көнбайыш Башҡортостан Рус платформаһының көнсығыш сигендә һә…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
Уның боронғо нигеҙен магма һәм метаморф тоҡомдар тәшкил итә. Был нигеҙҙе ултырма тоҡомдар ҡатламы ҡаплаған. Нигеҙ горизонталь ятҡан ултырма тау тоҡомдарынан тора. Рус платформаһы Көнбайыш Башҡортостанда ла (Башҡортостандың Урал алды) шун-дай уҡ төҙөлөшлө. Нигеҙҙең өҫкө яғы тигеҙ түгел, ул ҡалҡып торған ҡатламдар йәки көмбәҙҙәр рәтен хасил иткән. Урал алды Башҡортостанының көнбайышында — Татар көмбәҙе, төньяҡта — Башҡорт көмбәҙе, ә көньяҡ-көнбайышта Ырымбур көмбәҙе айырылып тора.
Рельеф кристалл нигеҙҙең өҫкө йөҙөнөң рәүешен ҡабатлағандай. Мәҫәлән, Татар көмбәҙенә Бөгөлмә- Бәләбәй ҡалҡыулығы рельефы тура килә, ә Башҡорт көмбәҙе өҫтөндә Өфө ялпы таулығы ҡалҡҡан. Ырымбур көмбәҙе менән Дөйөм һырт ҡалҡыулығы бәйләнгән. Өфө ялпы таулығы менән Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы араһында Ағиҙел буйы тигеҙлеге йәйелеп ята. Ул нигеҙҙәге бөгөмгә (һығылған тапҡырға) тура килә.
Нигеҙҙең өҫкө яғы көнсығыш йүнәлештә Урал тауҙары буйынан тар һыҙат булып һуҙылған Урал алды сик бөгөмө яғына табан батҡан. Уның тәрәнлеге был тәңгәлдә 10 мең метрға тиклем етә. Бөгөм өҫтөнә Урал тауынан ишелгән тау тоҡомдары ултыра барған.
 
== Рельеф формалары==
Рельеф формаһы менән кристалл нигеҙҙең өҫкө йөҙө араһындағы бәйләнеш бында, әлбиттә, осраҡлы түгел. Ул ошо территорияның оҙайлы геологик үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Был ерҙәрҙә бик боронғо, кемб-рийға тиклемге, геологик тарих осоронда тауҙар хасил булыу һәм вулкан урғылыу процестары туҡталған. Барлыҡҡа килгән тау тоҡомдары, йыйырсыҡланып, юғары температура һәм баҫым аҫтында бик ныҡ үҙгәреш кисергән. Хәҙерге ваҡытта улар платформаның нигеҙен тәшкил итә һәм уның гнейс, кристалл һәүерташтарҙан, кварциттан, шулай уҡ магма тоҡомдар — гранит менән диабаздан тороуы билдәле.
Кембрийға тиклемге осорҙан һуң 150 млн йылдан ашыу ваҡыт буйына, йәғни ғәмәлдә бөтә иртә палеозой дәүерендә, был әлкә тигеҙ ҡоро ерҙән торған. Унда инде тау хасил булыу һәм вулкан күренештәре ҡабатланмаған. Фәҡәт тау тоҡомдары емерелеп, шул урындағы ер өҫтө тигеҙләнә барған. Ул бөтөнләй бер ниндәй тереклек булмаған ташлы сүлде тәш¬кил иткән. Сөнки ул саҡта, иртә палеозой дәүерендә, тереклек Донъя океанынан сыҡмаған булған әле.
һуңғы палеозой башланған осорҙа Көнбайыш Башҡортостан еренә көнсығыштан диңгеҙ бассейны баҫып ингән һәм бында бөтә һуңғы палеозой буйына йәйрәп ятҡан. Ваҡыт- ваҡыт сигенеп торған диңгеҙ төбөндә башлыса мәте һәм эзбизташ ҡатламдары барлыҡҡа килгән. Хәҙерге ваҡытта улар платформаның ултырма өҫкө ҡатламын тәшкил итә һәм был япманы скважина быраулап ҡына асырға мөмкин. Улар араһында девон, таш күмер һәм пермь ҡатлам-дары айырылып тора. Нигеҙҙе ябып торған ултырма тау тоҡомдары ҡатламы горизонталь яҫылыҡта ята, тик ҡайһы бер урындарҙа ғына улар һөҙәк тулҡындар хасил итеп бөгөлгән.
һуңғы палеозой ахырында, йәғни пермь дәүерендә, диңгеҙ бассейны аҡрынлап һайыға барған. Уның төбөндә таш тоҙ һәм гипс тупланған. Гипстарҙы тау тоҡомдары ер өҫтөнә сығып торған урындарҙа ла күрергә мөмкин. Саф гипс — шәкәр һымаҡ ап-аҡ, йомшаҡ, уны тырнаҡ менән дә сыймаҡлап була. Гипстың был төрө алебастр тип атала. Сүсле гипс — селенит һәм үтә күренмәле, ҡатлы-ҡатлыһы ла осрай. Уны Марья быялаһы тип йөрөтәләр. Ул үтә күренмәле слюдаға оҡшаған, ләкин унан айырмалы рәүештә үтә күренмәле гипс ҡаттары бөгөлмәй, һына ғына.
Ер өҫтөнә сығып торған гипс менән бер рәттән палеозой дәүеренең иң йәш тау тоҡомдарын да күрергә мөмкин, улар — ҡыҙыл төҫтәге ҡомташ, балсыҡ һәм уларҙың ҡатнаш¬малары. Был ҡатлам, палеозойҙың диңгеҙ бассейны тамам сигенгәс, ҡоро ер өҫтөндә барлыҡҡа килгән.