Нервы системаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Кешенең нервы системаһы}}
'''Нервы системаһы'''  — [[иммун]] һәм [[эндокрин система]]лар менән бергә [[организм]]дың дөйөм эшмәкәрлеген бар яҡтан көйләүсе, уның тышҡы һәм эске мөхит менән бәйләнешен, ундағы төрлө үҙгәрештәргә яуабын бойомға ашырыусы морфологик һәм функциональ яҡтан үҙ-ара бәйле төрлө нервы структуралары берлеге. Баш һәм арҡа мейеһенән таралып, бер система тәшкил иткән, бөтә [[организм]]дың эшмәкәрлегенә етәкселек итеүсе нәҙек кенә еп рәүешендәге үҫенде булған нервылар уның беренсел нигеҙе булып тора.
 
== Дөйөм мәғлүмәт ==
6 юл:
 
== Нервы системаһының төҙөлөшө ==
Нервы системаһы ''[[нейрон]]дарҙан'' һәм ''ваҡ-ваҡ (эйәрсән) [[күҙәнәк]]тәрҙән'' торған ''нервы туҡымаһынан'' төҙөлә.
* '''Нейрондар''' — нервы туҡымаһының төп [[күҙәнәк]]тәре, улар нервы системаһының эшсәнлеген тәьмин итә.
* '''Эйәрсән''' [[күҙәнәк]]тәр ([[урыҫ теле|урыҫса]] ''«нейроглиальные клетки»''), нейрондарҙы уратып алып, уларҙы туҡландырыу һәм һаҡлау бурыстарын башҡара. Нейрондарға ҡарағанда эйәрсән күҙәнәктәрҙең һаны 10 тапҡыр самаһы күберәк.
Нейрондар, ярһыусы [[күҙәнәк]]тәр булараҡ, электрик импульстарҙы барлыҡҡа килтереү һәм уларҙы тапшырыу һәләтенә эйә. Төрлө формала һәм ҙурлыҡта булған нейрондар ''тәндән'' һәм ''үҫентеләрҙән'' тора. Оҙон һәм ҡыҫҡа булған үҫентеләр үҙҙәре ике төргә  — дендриттарға һәм аксондарға бүленә.
 
Күпселек ''дендриттар'' ([[грек теле|грекса]] «''дендрон''» - — ағас) - — ҡыҫҡа, ныҡ тармаҡланған үҫентеләр. Бер нейронда улар бер нисә булырға мөмкин. Нервы импульстары дендриттар буйынса нервы [[күҙәнәк|күҙәнәге]] тәненә килеп инә.
 
''Аксон'' ([[грек теле|грекса]] «''аксис''» - — үҫенте) - — оҙон, башлыса аҙ тармаҡланыусан үҫенте, уның буйынса ла импульстар [[күҙәнәк]] тәненә килә. Һәр бер нервы күҙәнәгенең бары бер генә аксоны бар, шул уҡ ваҡытта уның оҙонлоғо бер нисә тиҫтә сантиметрға етергә мөмкин. Шулай итеп, нервы [[күҙәнәк]]тәренең оҙон үҫентеләре аша импульстар организм кимәлендә ҙур алыҫлыҡтарға тапшырыла ала. Оҙон үҫентеләр йыш ҡына аҡ төҫтәге май һымаҡ матдәнән торған шекәрә менән көпләнгән була. Уларҙың үҙәк нервы системаһындағы тупланмалары ''аҡ матдә'' барлыҡҡа килтерә. Нейрондарҙың ҡыҫҡа үҫентеләренең һәм тәндәренең ундай шекәрәһе юҡ. Уларҙың тупланмалары ''һоро матдәне'' барлыҡҡа килтерә.
 
Нейрондар үҙ формалары һәм башҡарған эшмәкәрлеге буйынса бер-береһенән айырыла. Уларҙың берәүҙәре, ''һиҙгерҙәре'', импульстарҙы һиҙеү органдарынан арҡа һәм баш мейеләренә тапшыра. Һиҙгер нейрондарҙың тәндәре үҙәк нервы системаһы юлындағы нервы төйөндәрендә ята. Нервы төйөндәре  — нервы күҙәнәктәре тәндәренең үҙәк нервы системаһынан ситтәге тупланмалары. Нейрондарҙың икенселәре, ''хәрәкәт нейрондары'', импульстарҙы арҡа һәм баш мейеләренән мускулдарға һәм эске ағзаларға тапшыра. Һиҙгер һәм хәрәкәт нейрондары араһындағы бәйләнеш арҡа һәм баш мейеләрендә ''өҫтәмә нейрондар'' тарафынан бойомға ашырыла. Уларҙың тәне һәм үҫентеләре мейенән ситкә сыҡмай.
 
Арҡа һәм баш мейеләре [[организм]]дың барлыҡ ағзалары менән нервылар аша бәйләнгән. ''Нервылар''  — нервы [[күҙәнәк]]тәренең шекәрә менән көпләнгән оҙон тупланмалары ул. Хәрәкәт нейрондарының аксондарынан торған нервылары ''хәрәкәт нервылары'' тип атала. ''Һиҙгер нервылар'' һиҙгер нейрондарҙың дендриттарынан тора. Күпселек невыларҙа аксондар ҙа, дендриттар ҙа бар. Бындай нервылар ''ҡатнаш нервылар'' тип исемләнә. Улар буйынса импульстар ике йүнәлештә  — үҙәк нервы системаһына һәм артабан ағзаларға бара.
 
== Нервы системаһы бүлектәре ==
== Сығанаҡтар ==
* Научно-познавательная коллекция «Маршалл Кавендиш». Универсальный иллюстрированный справочник для всей семьи. Организам человека / — М., Алмаз-пресс, 2002. — 162 с. — (Древо познания). ISSN 1684-582X {{ref-ru}}
Юл 28 ⟶ 27:
 
== Һылтанмалар ==
* Атлас анатомии человека. Издание на русском языке. / Перевод: к.м.н. В. В.  Серов. /  — М.: Белый город, 2005. — 103 с. с илл. ISBN 5-7793-0982-5 {{ref-ru}}
* Цузмер А. М., Петришина О. Л. Кеше. Анатомия, физиология и гигиена. / С. В. Атнағолова тәржемәһе / — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 239 бит.
* Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. {{ref-ru}}
* Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968. {{ref-ru}}
* Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.
 
[[Категория:Анатомия]]