Баш мейеһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
28 юл:
 
Оҙонса мейе, күпер һәм урта мейе ''мейе олонон'' хасил итә. Унан 12 пар ''баш һөйәге-мейе'' нервылары сығып китә. Нервылар мейене башта урынлашҡан һиҙеү ағзалары, мускулдар һәм биҙҙәр менән бәйләй. Бер пар нервы — ''гиҙеүсе нервы'' мейене эске ағзалар: [[йөрәк]], [[үпкәләр]], ашҡаҙан, эсәктәр һ. б. менән бәйләй.
 
''Аралыҡ мейеһе'' аша импульстар ҙур ярымшарҙар ҡабығына бөтә рецепторҙарҙан (күреү, ишетеү, [[тире]], тәм тойоу һ. б.) килә. Йөрөү, йүгереү, йөҙөү кеүек ҡатмарлы хәрәкәт рефлекстарының күпселек өлөшө аралыҡ мейеһе менән бәйләнгән. Уның ядролары төрлө эске ағзаларҙың эшен көйләй. Аралыҡ мейеһе матдәләр алмашыныуын, аҙыҡ һәм [[һыу]] тотоноуҙы, тәндең даими температураһын һаҡлауҙы тәьмин итә. Аралыҡ мейеһенең ҡайһы бер ядроларының нейрондары, гумораль ([[ҡан]], лимфа һәм туҡыма шыйыҡсаһы аша) бәйләнеште һәм яйға һалыуҙы тормошҡа ашырып, биологик әүҙем матдәләр эшләп сығара.
 
== Сығанаҡтар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Баш_мейеһе» битенән алынған