Баш мейеһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл:
''Кесе мейе'' оҙонса мейенең тап өҫтөндә урынлашҡан. Уның өҫтө һоро матдәнән - мейе ҡабығынан (уның аҫтындағы аҡ матдәлә ядролар ята) тора. Кесе мейе үҙәк нервы системаһыны күп бүлектәре менән тоташҡан. Кесе мейе хәрәкәт өсөн «яуаплы». Уның ғәҙәти эшмәкәрлеге боҙолған осраҡта кешенең хәрәкәттәрендә ярашлылыҡ, теүәллек, кәүҙәнең тигеҙлек һәм тотороҡлоҡ һаҡлау һәләте юғала. Бындайҙар, мәҫәлән энәгә еп һаплай алмай, йөрөгәндә, иҫерек кеүек, тәнтерәкләп атлай, ҡул-аяҡ хәрәкәттәре ипһеҙ була, ҡайһы саҡта улар кинәт кенә һелтәнеп ала.
 
''Урта мейелә'' ядролар урынлашҡан, улар даими рәүештә [[һөлдә]] мускулдарына уларҙың көсөргәнешлеген — тонусын һаҡлап отоусы нервы импульстары ебәреп тора. Урта мейелә күреү һәм өн-тауыш ҡуҙғытыуына ориентация рефлекстарының рефлектор дуғалары үтә. Ориентация рефлекстары башты һәм кәүҙәне ҡуҙғытҡыс яғына борғанда тыуа.
 
== Сығанаҡтар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Баш_мейеһе» битенән алынған