Нервы системаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
10 юл:
* '''Эйәрсән''' [[күҙәнәк]]тәр ([[урыҫ теле|урыҫса]] ''«нейроглиальные клетки»''), нейрондарҙы уратып алып, уларҙы туҡландырыу һәм һаҡлау бурыстарын башҡара. Нейрондарға ҡарағанда эйәрсән күҙәнәктәрҙең һаны 10 тапҡыр самаһы күберәк.
Нейрондар, ярһыусы [[күҙәнәк]]тәр булараҡ, электрик импульстарҙы барлыҡҡа килтереү һәм уларҙы тапшырыу һәләтенә эйә. Төрлө формала һәм ҙурлыҡта булған нейрондар үҙҙәре ''тәндән'' һәм ''үҫентеләрҙән'' тора. Оҙон һәм ҡыҫҡа булған үҫентеләр үҙҙәре ике төргә — дендриттарға һәм аксондарға бүленә.
 
Күпселек ''дендриттар'' ([[грек теле|грекса]] «''дендрон''» - ағас) - ҡыҫҡа, ныҡ тармаҡланған үҫентеләр. Бер нейронда улар бер нисә булырға мөмкин. Нервы импульстары дендриттар буйынса нервы [[күҙәнәк|күҙәнәге]] тәненә килеп инә.
 
''Аксон'' ([[грек теле|грекса]] «''аксис''» - үҫенте) - оҙон, башлыса аҙ тармаҡланыусан үҫенте, уның буйынса ла импульстар [[күҙәнәк]] тәненә килә. Һәр бер нервы күҙәнәгенең бары бер генә аксоны бар, шул уҡ ваҡытта уның оҙонлоғо бер нисә тиҫтә сантиметрға етергә мөмкин. Шулай итеп, нервы [[күҙәнәк]]тәренең оҙон үҫентеләре аша импульстар организм кимәлендә ҙур алыҫлыҡтарға тапшырыла ала. Оҙон үҫентеләр йыш ҡына аҡ төҫтәге май һымаҡ матдәнән торған шекәрә менән көпләнгән була. Уларҙың үҙәк нервы системаһындағы тупланмалары ''аҡ матдә'' барлыҡҡа килтерә. Нейрондарҙың ҡыҫҡа үҫентеләренең һәм тәндәренең ундай шекәрәһе юҡ. Уларҙың тупланмалары ''һоро матдәне'' барлыҡҡа килтерә.
== Сығанаҡтар ==