Аддис-Абеба: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
→‎Тарихы: эске һылтанмалар
80 юл:
 
== Тарихы ==
Аддис-Абебаға Эфиопия императоры Менелик II тарафынан нигеҙ һалына. Тәүҙә ҡаланың исеме Финфин була, был оромо телендә «ҡайнар инештәр» тигәнде аңлата. Менелик II, был осорҙа Шева дәүләтенең батшаһы булараҡ, Энтото тауы буйын батшалығының көньяғында хәрби хәрәкәттәр өсөн бик уңайлы тип таба. 1879 йылда ул [[Урта быуаттарҙағыбыуаттар]]ҙағы билдәле ҡаланың харабаларын һәм ошо төбәктәге сиркәүҙең емереклектәрен ҡарарға бара. Императрица Таиту Энтото тауында сиркәү төҙөтә башлағас, уның был тирәгә ҡыҙыҡһыныуы арта. Ләкин тәбиғәт шарттары тауҙың эргәһендә үк ҡала төҙөргә мөмкинлек бирмәй. 1886 йылда тауҙарҙан көньяҡҡа табан төҙөлөш башлана.
 
Башта Таиту үҙенә «Филуоха» минераль инештәре тирәһендә йорт һалдыра, бында ул Король суды ағзалары менән минераль ванналар ҡабул итергә ярата. Таиту йорто эргәһенә башҡа байҙар ҙа өй һала. Торама киңәйгәс, Менелик II Таитуҙың йортон ҙурайтып һарай итә, бөгөн унда Эфиопия хөкүмәте урынлашҡан. Аддис-Абеба тигән бөгөнгө исеме амхар телендә «Яңы сәскә» тигәнде аңлата, [[Эфиопия]] баш ҡалаһы тигән титулды ҡала Менелик II Эфиопия императоры булып киткәс ала. Император Менелик II ултыртҡан эвкалипттарҙы ҡала урамдарында бөгөн дә күрергә мөмкин.
 
1936 йылдың 5 майында Икенсе итальян-эфиоп һуғышы барышында итальян ғәскәрҙәре ҡаланы яулап ала. 1936—1941 йылдарҙа Аддис-Абеба Итальян Көнсығыш Африкаһының баш ҡалаһы була. Ошо осор эсендә миллион самаһы эфиоп [[иприт]] газы менән үлтерелә. Британ ғәскәрҙәре менән эфиоп баш күтәреүселәре Эфиопияла итальян армияһын еңгәндән һуң император Хайле Селассие баш ҡалаға әйләнеп ҡайта һәм шунда уҡ ҡаланы һәм әүәлге тормошто аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотона.
 
1958 йылдан Аддис-Абебала БМО-ның Африка өсөн иҡтисади комиссияһының резиденцияһы урынлаша<ref name="БСЭ"></ref>. Хайле Селассие булышлығында 1963 йылда Африка берлеге ойошмаһы (ОАЕ) ойошторола, уның штаб-фатиры — Аддис-Абебала<ref name="БСЭ"></ref>. 2002 йылда ОАЕ таратыла, ә уның урынына Африка Союзы барлыҡҡа килә, уның штаб-фатиры ла Аддис-Абебала була. Ҡалала шулай уҡ [[БМО]]-ның Африка өсөн иҡтисади комиссияһы урынлашҡан. Ә 1965 йылда Аддис-Абебала Көнсығыш православие сиркәүҙәре советы үткәрелә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аддис-Абеба» битенән алынған