Кәримов Ғайса Көнәфиә улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
 
== Тормошо ==
Ғайса Көнәфиә улы Кәримов 1925 йылдың 29 ноябрендә [[Башҡортостан]]дың [[Ишембай районы]] [[Ғүмәр (Ишембай районы)|Ғүмәр]] ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Кесе йәштән зирәк, тырыш бала үҙ ауылындағы башланғыс мәктәпте ваҡытында тамамлай һәм һигеҙ саҡрым алыҫлыҡтағы [[Маҡар (Ишембай районы)|Маҡар]] урта мәктәбенә алты йыл буйы көн дә йөрөп уҡый, синыфтан синыфҡа күсә килеп, урта белем алып сыға. 1943 йылдың февралендә ҡайнар дәрте тынғылыҡ бирмәгән йәш егет Тыуған илебеҙҙе ҡанға батырып айҡалашҡан фашист илбаҫарҙарына ҡаршы [[Бөйөк Ватан һуғышы]]на китә. Яуыз һәм ҡәһәрле дошман менән алышты ул изге бурыс күреп ҡабул итә, рота радисы булып хәрби хеҙмәт юлын башлай. Фашист илбаҫарҙарын Тыуған илебеҙҙән ҡыуып сығарғас, гвардия ефрейторы, батыр һуғышсы Ғайса Кәримов [[Венгрия]], [[Австрия]] һәм [[Чехословакия]]ны дошман тырнағынан азат итеүҙә ҡатнаша. Ауыр алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Ватан һуғышы ордены, ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, тағы бер нисә миҙал менән бүләкләнә, һуғыш тамамланһа ла, Ғайса Кәримов байтаҡ ваҡыт хәрби хеҙмәттә ҡала, тик 1948 йылдың ғинуарында ғына берҙән-бер иң ҡәҙерле кешеһе  — әсәһе янына ҡайта. Ул көндө яугир Ғайса Кәримовтың ҡайтыуын белгән бөтә Ғүмәр ауылы кешеләре, көн сатлама һалҡын булыуға ҡара¬маҫтан, Вазифа апайҙың бәләкәй генә өйөнә хәл белешергә, батыр һалдатты күрергә бер-бер артлы килә. Айырыуса йәш егет һәм ҡыҙҙар күп инеп сыға шатлыклы әсә һәм уның алсаҡ улы янына.
 
Тыныс хеҙмәт юлын ниҙән башларға? Өйгә ҡайтҡан тәүге көндән үк был һорау Ғайса Кәримовҡа тынғылыҡ бирмәй. Әсәгә ҡарап ҡына ултырып булмай ҙа баһа! Ул райондың «Алға» гәзите редакцияһына эшкә урынлаша. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа ук мәҡәлә, хәбәрҙәр яҙыу, әҙәби ижад менән шөғөлләнеү уны был юлға алып бара ла инде. Бер үк ваҡытта [[Стәрлетамаҡ педагогия техникумы]]на ситтән тороп уҡырға инә һәм уны уңышлы бөтөрөп сыға. Редакцияла йыл ярым эшләүгә, Ғүмәрҙә ете йыллыҡ мәктәп асыла. Бар булмышы, уй-хыялдары менән педагог Ғайса Кәримов уҡытыу-тәрбиә эшенә ең һыҙғанып тотона. Тәүге ваҡыттан уҡ уны педагогик хеҙмәт тәрән ҡыҙыҡһындыра. Йәш, арыу-талыуҙы белмәгән, ғәйрәтле егет барлыҡ көсөн, ваҡытын биреп, илһамланып эшләй. Уның тырышып, рухланып эшләүен башҡа уҡытыусылар ҙа күреп шатлана, ышаныслы терәк өҫтәлде, тип ҡыуана. Яугир уҡытыусы, [[башҡорт теле]] һәм әҙәбиәте дәрестәренән тыш, йә ауырып киткән, йә декрет отпускыһына сыҡҡан укытыусыларҙың да дәрестәрен үткәрә, күпме ҡушһалар, барыһына ла өлгөрә. Бер үк ваҡытта йоҡоһоҙ төндәрен ауыл тормошо, уңған кешеләр тураһында һүрәтләмә, очерктар яҙып үткәрә, шиғыр һәм поэмалар ижад итә. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында райондың «Алға», республиканың «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «[[Башҡортостан (гәзит)|Башҡортостан]]»), «[[Ҡыҙыл таң (гәзит)|Ҡыҙыл таң]]» гәзиттәрендә Ғайса Кәримовтың яҙмалары йыш донъя күрә. Шул осорҙа ул райондашы, буласаҡ халыҡ яҙыусыһы [[Ноғман Мусин]], [[Өфө]]лә Башҡортостандың халыҡ шағиры [[Рәшит Ниғмәти]] менән таныша, күп йылдар буйы бәйләнеш тота. һуғышҡа тиклем [[Маҡар (Ишембай районы)|Маҡар]] мәктәбендә бергә уҡыған, буласаҡ ғалим-филолог [[Нур Зарипов]] менән дә ғүмер буйы яҡын мөнәсәбәттә була, улар бер-береһенә хат яҙышып тора.
 
Юғары педагогик белем алыу теләге Ғайса Көнәфиә улы Кәримовты К. А.  Тимирязев исемендәге [[Башҡорт дәүләт педагогия институты]]на уҡырға алып бара. Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты тип үҙгәртелгәс, уны уңышлы тамамлай, ауылда тәүге юғары белемле уҡытыусы дипломына эйә була.
 
Был үҙенә талапсан, хеҙмәтенә һәр ваҡыт яуаплы ҡараған Ғайса Көнәфиә улында яңы ҡеүәт, дәрт һәм илһам тыуҙыра. Ул [[Ғүмәр (Ишембай районы)|Ғүмәр]] мәктәбенең барлыҡ уҡытыусыларына ла өлгөлө педагог булып таныла. Барыһын да юғары кимәлдә, бөхтә башҡарған уҡытыусыға йәмәғәт эштәре ышанып тапшырыла. Ул оҙаҡ йылдар мәктәптең профсоюз ойошмаһы рәйесе, бригада партия ойошмаһы рәйесе, агитатор, пропагандист вазифаларын үтәй. [[Башҡорт теле]] һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Ғайса Кәримовтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Был эште ул мәктәптәге үҙенең төп эше һымаҡ үтә яуаплы башҡара, сөнки ижади эшләгән алдынғы педагогты ғына коллегалары үҙҙәренең методик берекмәһе етәксеһе итеп ҡуйыуҙарын, был вазифаны ышанып тапшырыуҙарын яҡшы аңлай. Был ышанысты Ғ.К.Кәримов намыҫлы хеҙмәте менән аҡлай.