Аддис-Абеба: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Климаты: аныҡлаштырыу
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
73 юл:
'''Адди́с-Абе́ба''' ({{lang-am|አዲስ አበባ}} — ''яңы сәскә''<ref name="БСЭ">{{Из|БСЭ|http://slovari.yandex.ru/Аддис-Абеба/БСЭ/Аддис-Абеба/|заглавие=Аддис-Абеба|автор=Г. Л. Гальперин|издание=3-е}}</ref>) — [[Эфиопия]]ның һәм [[Африка союзы]]ның, шулай уҡ уның элгәре булған ''Африка берҙәмлеге ойошмаһы''ның баш ҡалаһы. Халҡының һаны 3 041 002 булып (2012)<ref name="Pop2012"></ref>, донъяла диңгеҙгә сығыу урыны булмаған илдәге иң ҙур ҡалаларҙан һанала. Эфиопияның айырым төбәге тигән статусы бар.
 
1886 йылда император ''Менелик II'' тарафынан уның ҡатыны  — императрица ''Таиту'' үтенесе буйынса нигеҙләнә.
 
Аддис-Абебаны йыш ҡына «Африка баш ҡалаһы» йәки «Африканың Парижы» тип атайҙар, сөнки ҡитға өсөн уның тарихи, сәйәси һәм дипломатик әһәмиәте бик ҙур. Ҡалала Эфиопияның төрлө төбәгенән төрлө милләтле кешеләр йәшәй: амхара, оромо, тиграи, сомали һәм башҡа күптәр. Халыҡтың конфессиональ составы ла төрлө: бында миафизиттар, [[Ислам|мосолмандар]], [[Йәһүдилек|йәһүҙиҙәр]], православие христиандары, протестанттар һәм урындағы африкан диндәрендәге кешеләр бар.
80 юл:
 
== Тарихы ==
Аддис-Абебаға Эфиопия императоры Менелик II тарафынан нигеҙ һалына. Тәүҙә ҡаланың исеме Финфин була, был оромо телендә «ҡайнар инештәр» тигәнде аңлата. Менелик II, был осорҙа Шева дәүләтенең батшаһы булараҡ, Энтото тауы буйын батшалығының көньяғында хәрби хәрәкәттәр өсөн бик уңайлы тип таба. 1879  йылда ул Урта быуаттарҙағы билдәле ҡаланың харабаларын һәм ошо төбәктәге сиркәүҙең емереклектәрен ҡарарға бара. Императрица Таиту Энтото тауында сиркәү төҙөтә башлағас, уның был тирәгә ҡыҙыҡһыныуы арта. Ләкин тәбиғәт шарттары тауҙың эргәһендә үк ҡала төҙөргә мөмкинлек бирмәй. 1886&nbsp; йылда тауҙарҙан көньяҡҡа табан төҙөлөш башлана.
 
Башта Таиту үҙенә «Филуоха» минераль инештәре тирәһендә йорт һалдыра, бында ул Король суды ағзалары менән минераль ванналар ҡабул итергә ярата. Таиту йорто эргәһенә башҡа байҙар ҙа өй һала. Торама киңәйгәс, Менелик II Таитуҙың йортон ҙурайтып һарай итә, бөгөн унда Эфиопия хөкүмәте урынлашҡан. Аддис-Абеба тигән бөгөнгө исеме амхар телендә «Яңы сәскә» тигәнде аңлата, [[Эфиопия]] баш ҡалаһы тигән титулды ҡала Менелик II Эфиопия императоры булып киткәс ала. Император Менелик II ултыртҡан эвкалипттарҙы ҡала урамдарында бөгөн дә күрергә мөмкин.
 
1936  йылдың 5 майында Икенсе итальян-эфиоп һуғышы барышында итальян ғәскәрҙәре ҡаланы яулап ала. 1936—1941  йылдарҙа Аддис-Абеба Итальян Көнсығыш Африкаһының баш ҡалаһы була. Ошо осор эсендә миллион самаһы эфиоп иприт газы менән үлтерелә. Британ ғәскәрҙәре менән эфиоп баш күтәреүселәре Эфиопияла итальян армияһын еңгәндән һуң император Хайле Селассие баш ҡалаға әйләнеп ҡайта һәм шунда уҡ ҡаланы һәм әүәлге тормошто  аяҡҡа баҫтырыу эшенә тотона.
 
1958 йылдан Аддис-Абебала БМО-ның Африка өсөн иҡтисади комиссияһының резиденцияһы урынлаша<ref name="БСЭ"></ref>. Хайле Селассие булышлығында 1963 йылда Африка берлеге ойошмаһы (ОАЕ) ойошторола, уның штаб-фатиры — Аддис-Абебала<ref name="БСЭ"></ref>. 2002 йылда ОАЕ таратыла, ә уның урынына Африка Союзы барлыҡҡа килә, уның штаб-фатиры ла Аддис-Абебала була. Ҡалала шулай уҡ [[БМО]]-ның Африка өсөн иҡтисади комиссияһы урынлашҡан. Ә 1965  йылда Аддис-Абебала Көнсығыш православие сиркәүҙәре советы үткәрелә.
 
== Климаты ==
Тауҙарҙа урынлашҡанлыҡтан ҡалаға ҡатмарлы климат күренештәре хас. Бейеклеккә һәм өҫтөнлөклө елгә ҡарап, температура айырмаһы Цельсий буйынса 10  градусҡа етә. Дөйөм алғанда температура киҫкен үҙгәрештәрһеҙ, йыл буйы бер сама тора. Уртаса айлыҡ температура йыл миҙгеленә бәйле +16 — +19 °C тәшкил итә. Экваторға яҡынлыҡ, бейек тауҙа урынлашыуға ҡарамаҫтан, етерлек йылыны тәьмин итә. Ҡала тирәһендә үҫемлектәр донъяһы ярайһы уҡ ярлы, нигеҙҙә сүл һәм ярым сүл ҡыуаҡлыҡтарынан һәм үләндәренән тора.
 
Йыл әйләнәһенә температура тирбәлештәре юҡ тиерлек. Ҡалала селлә эҫеһе лә, һалҡын да булмай, ҡырау һирәк төшә.
139 юл:
== Демография ==
[[Файл:Addis Ababa SPOT.1003.jpg|thumb|right|250px|Аддис-Абеба — космостан]]
Эфиопияның Үҙәк статистика агентлығының 2012  йылда сыҡҡан мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Аддис-Абебаның халҡы 3 041 002 кеше тәшкил итә, шуларҙың 1 449 002-һе ир-ат һәм 1 592 000-е ҡатын-ҡыҙ<ref name="Pop2012"></ref>. Әлеге ваҡытта Аддис-Абеба биләмәләрендә ауыл райондары юҡ, шуға халҡы 100 % менән ҡаланыҡы. Эфиопияның ҡала халҡының 23 % ошонда йәшәй. Ҡаланың майҙаны — 526,99 км², халҡының тығыҙлығы — 5 770,5 кеше/км². Ҡала 10 административ районға бүленгән, иң тығыҙында (Аддис-Кетема) бер квадрат километрға — 38 255,3 кеше, иң бушағында (Акаки-Калити)  1 704,1 кеше тап килә.
 
Эфиопияла  2007  йылда үткән һуңғы йәниҫәптән бирле Аддис-Абебаның халҡы 300 меңдән ашыу кешегә артты. 2007  йылда баш ҡала халҡының һаны 2 738 248 кеше тәшкил итте<ref>[http://www.geohive.com/cntry/ethiopia.aspx?levels=Addis Ababa The Federal Democratic Republic of Ethiopia — Addis Ababa. Administrative units.] Geohive</ref>.
 
Баш ҡалала бик күп төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Улар араһында: амхара — халыҡтың 48,3 %, оромо — 19,2 %, гураге — 17,5 %, тиграи — 7,6 %. Миафизиттар — халыҡтың 82 %, [[Ислам|мосолмандар]] — 12,7 %, протестанттар — 3,9 %, католиктар  0,8 % тәшкил итә.
 
Аддис-Абеба халҡы һанының динамикаһы:
* 1900 — 80 000 кеше
* 1958 — 4001958—400 000 кеше
* 1968 — 6641968—664 000 кеше
* 2002 — 1 700 000 кеше.
* 2012 — 3 041 002 кеше<ref name="Pop2012">[http://www.csa.gov.et/index.php?option=com_rubberdoc&amp;view=doc&amp;id=421&amp;format=raw&amp;Itemid=606 Эфиопия Үҙәк статистика агентлығының 2012 йылдың 1 июленә рәсми баһаһы] </ref>
166 юл:
2008 йыл башында [[Рәсәй]] менән хеҙмәттәшлектә тәүге троллейбус маршруты — «Геородис — Адису Гебея» асыла.
 
Халыҡ-ара Боле аэропорты Аддис-Абеба менән яҡын-тирә ҡалаларҙы хеҙмәтләндерә һәм илдең төп һауа ҡапҡаһы булып тора. 2003  йылда бында яңы халыҡ-ара пассажир терминалы асыла, ул — Африкала иң заманса терминалдарҙың береһе. Шулай уҡ Аддис-Абеба менән Мәскәү араһында һауа бәйләнеше асыу ҡарала<ref>[http://news.turizm.ru/ethiopia/9512.html Эфиоп авиалиниялары Мәскәүгә осасаҡ]</ref>. Ҡаланың көнбайышында иҫке Лидета  аэропорты урынлашҡан, ул әле хәрби маҡсаттарҙа һәм бәләкәй самолеттар өсөн файҙаланыла.
 
Аддис-Абебаны Джибути һәм Дыре-Дауа менән шулай уҡ тимер юл бәйләй. Ҡала вокзалы бик күркәм француз стилендә төҙөлгән.
 
== Хакимиәте ==
2003 йылдан 2005  йыл майына тиклем Аркэбэ Окубай ҡала мэры булды. 2005  йылдың 31 майында ул «Африка мэры — 2005» тип табылды. Шул саҡта ул вәкәләттәрҙе яңы мэрға — Берхан Негаға тапшырҙы. Әле Кума Демекса ([[:en:Kuma Demeksa]]) мэр вазифаһында хеҙмәт итә.
 
== Мәғарифы ==
Аддис-Абеба университеты 1950  йылда нигеҙләнә һәм тәүҙәрәк «Аддис-Абебаның университет колледжы» тип атала. 1962  йылдан ул  ''Аддис-Абеба Университеты'' булып тора. Бында 6 университет ҡаласығы бар һәм 1 кампус Дэбрэ-Зейт ҡалаһында урынлашҡан. Эфиопияның башҡа күп ҡалаларында был университеттың филиалдары бар.
 
Аддис-Абебала Эфиоп тикшеренеүҙәре институты менән этнография музейы урынлашҡан. Шулай уҡ шәхси колледждар күп.
184 юл:
Бында шулай уҡ Эфиопия милли китапханаһы һәм этнография музейы, Аддис-Абеба музейы, Эфиопия музейы һәм тәбиғи тарих музейы урынлашҡан. Тимер юл музейында һәм почта музейында бай коллекциялар бар.
 
1896  йылда нигеҙләнгән Георгий соборы бинаһы ла иғтибарға лайыҡ. Изге Троица соборында император Хайле Селассие ерләнгән. Изге Ғаилә соборы иң ҙур католик соборы булып тора. Эфиопияның бик ҙур Әнүәр  мәсете  лә ошонда урынлашҡан.
 
Ҡала уртаһында ҡарт олатаһы Эфиопия кешеһе булған тип иҫәпләнгән [[Пушкин, Александр Сергей улы|Александр Сергеевич Пушкин]] монументы тора.
190 юл:
Ҡаланың тағы бер иҫтәлекле урыны — Меркато баҙары, ул Эфиопияла итальяндар хакимлыҡ иткәндә нигеҙләнгән.
 
2008  йылда  еңел атлетика буйынса Африка чемпионаты үткән Аддис-Абеба стадионы — мөһабәт спорт ҡоролмаһы.
[[Файл:Addis abeba taytu hotel.jpg|thumb|right|250px|«Таиту» ҡунаҡханаһы ]]
 
208 юл:
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{примечания}}
 
== Һылтанмалар ==
215 юл:
 
{{Африка илдәренең баш ҡалалары}}
 
[[Категория:Эфиопия]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аддис-Абеба» битенән алынған