Кәримов Ғайса Көнәфиә улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Персона |имя = Ғайса Көнәфиә улы<br />Кәримов |изображение = Кәри…" исемле яңы бит булдырылған
 
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
21 юл:
}}
 
'''Кәримов Ғайса Көнәфиә улы''' (1925—2001925—2000) — Арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе, ауылдың йөҙөк ҡашына тиң уланы, абруйлы педагог, йәмәғәт хеҙмәткәре. Милләте — [[башҡорт]].
 
== Тормошо ==
Ғайса Көнәфиә улы Кәримов 1925 йылдың 29 ноябрендә [[Башҡортостан]]дың [[Ишембай районы]] [[Ғүмәр (Ишембай районы)|Ғүмәр]] ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Кесе йәштән зирәк, тырыш бала үҙ ауылындағы башланғыс мәктәпте ваҡытында тамамлай һәм һигеҙ саҡрым алыҫлыҡтағы [[Маҡар (Ишембай районы)|Маҡар]] урта мәктәбенә алты йыл буйы көн дә йөрөп уҡый, синыфтан синыфҡа күсә килеп, урта белем алып сыға. 1943 йылдың февралендә ҡайнар дәрте тынғылыҡ бирмәгән йәш егет Тыуған илебеҙҙе ҡанға батырып айҡалашҡан фашист илбаҫарҙарына ҡаршы [[Бөйөк Ватан һуғышы]]на китә. Яуыз һәм ҡәһәрле дошман менән алышты ул изге бурыс күреп ҡабул итә, рота радисы булып хәрби хеҙмәт юлын башлай. Фашист илбаҫарҙарын Тыуған илебеҙҙән ҡыуып сығарғас, гвардия ефрейторы, батыр һуғышсы Ғайса Кәримов [[Венгрия]], [[Австрия]] һәм [[Чехословакия]]ны дошман тырнағы¬нантырнағынан азат итеүҙә ҡатнаша. Ауыр алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Ватан һуғышы ордены, ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, тағы бер нисә миҙал менән бүләкләнә, һуғыш тамамланһа ла, Ғайса Кәримов байтаҡ ваҡыт хәрби хеҙмәттә ҡала, тик 1948 йылдың ғинуарында ғына берҙән-бер иң ҡәҙерле кешеһе — әсәһе янына ҡайта. Ул көндө яугир Ғайса Кәримовтың ҡайтыуын белгән бөтә Ғүмәр ауылы кешеләре, көн сатлама һалҡын булыуға ҡара¬маҫтан, Вазифа апайҙың бәләкәй генә өйөнә хәл белешергә, батыр һалдатты күрергә бер-бер артлы килә. Айырыуса йәш егет һәм ҡыҙҙар күп инеп сыға шатлыклы әсә һәм уның алсаҡ улы янына.
 
Тыныс хеҙмәт юлын ниҙән башларға? Өйгә ҡайтҡан тәүге көндән үк был һорау Ғайса Кәримовҡа тынғылыҡ бирмәй. Әсәгә ҡарап ҡына ултырып булмай ҙа баһа! Ул райондың «Алға» гәзите редакцияһына эшкә урынлаша. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа ук мәҡәлә, хәбәрҙәр яҙыу, әҙәби ижад менән шөғөлләнеү уны был юлға алып бара ла инде. Бер үк ваҡытта [[Стәрлетамаҡ педагогия техникумы]]на ситтән тороп уҡырға инә һәм уны уңышлы бөтөрөп сыға. Редакцияла йыл ярым эшләүгә, Ғүмәрҙә ете йыллыҡ мәктәп асыла. Бар булмышы, уй-хыялдары менән педагог Ғайса Кәримов уҡытыу-тәрбиә эшенә ең һыҙғанып тотона. Тәүге ваҡыттан уҡ уны педагогик хеҙмәт тәрән ҡыҙыҡһындыра. Йәш, арыу-талыуҙы белмәгән, ғәйрәтле егет барлыҡ көсөн, ваҡытын биреп, илһамланып эшләй. Уның тырышып, рухланып эшләүен башҡа уҡытыусылар ҙа күреп шатлана, ышаныслы терәк өҫтәлде, тип ҡыуана. Яугир уҡытыусы, [[башҡорт теле]] һәм әҙәбиәте дәрестәренән тыш, йә ауырып киткән, йә декрет отпускыһына сыҡҡан укытыусыларҙың да дәрестәрен үткәрә, күпме ҡушһалар, барыһына ла өлгөрә. Бер үк ваҡытта йоҡоһоҙ төндәрен ауыл тормошо, уңған кешеләр тураһында һүрәтләмә, очерктар яҙып үткәрә, шиғыр һәм поэмалар ижад итә. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында райондың «Алға», республиканың «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «[[Башҡортостан (гәзит)|Башҡортостан]]»), «[[Ҡыҙыл таң (гәзит)|Ҡыҙыл таң]]» гәзиттәрендә Ғайса Кәримовтың яҙмалары йыш донъя күрә. Шул осорҙа ул райондашы, буласаҡ халыҡ яҙыусыһы [[Ноғман Мусин]], [[Өфө]]лә Башҡортостандың халыҡ шағиры [[Рәшит Ниғмәти]] менән таныша, күп йылдар буйы бәйләнеш тота. һуғышҡа тиклем [[Маҡар (Ишембай районы)|Маҡар]] мәктәбендә бергә уҡыған, буласаҡ ғалим-филолог [[Нур Зарипов]] менән дә ғүмер буйы яҡын мөнәсәбәттә була, улар бер-береһенә хат яҙышып тора.
34 юл:
1991 йылдың апрель аҙаҡтарында беҙгә [[Ишембай районы]]ның талантлы уҡытыусыһы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ғайса ағай Кәримов, уның ҡатыны Латифа апай һәм балалары менән яҡындан танышырға насип булды, шуның һөҙөмтәһендә «[[Башҡортостан (гәзит)|Башҡортостан]]» гәзитенең 1991 йылғы 8, 9 май һандарында «Ышаныслы ынтылыш¬тар» исемле очерк баҫылып сыҡты. Беҙ унда яугирҙың һуғыш юлдарын һүрәтләүгә күберәк иғтибар биргәйнек.
 
Ә педагогик хеҙмәткә оҫталығы, маһирлығы Ғайса Көнәфиә улында, тәүге мәлдән үк йөрәк йылыһын тулыһынса биреп, көн һайын илһамланып, оҙаҡ йылдар эшләү һөҙөмтәһендә арта, шымара бара. Уға мәктәп дәреслектәренә әҫәрҙәре ингән шағир, яҙыусыларҙың үҙҙәрен Өфөгә сессияларға барған саҡтарында күреп, йыш ҡына әңгәмәләш булырға тура килә. Быға уның республика ваҡытлы матбуғатында шиғри әҫәрҙәрен, көнүҙәк темаларға мәҡәләләрен сығарыуы булышлыҡ итә. Ҡайтҡас, балалар менән әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә уҡытыусы уларҙың авторҙары менән осрашыуҙары ха¬ҡындахаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Был уларҙа яҙыусы шәхесе, уның әле өйрәнелгән әҫәре менән ҡыҙыҡһыныу тойғолары тыуҙыра.
 
Ғ.К. Кәримовтың уҡыусылары күп йылдар буйы тулы өлгәш бирә. Уларҙың күбеһе уҡытыусы һәнәрен һайлай. Әҙәби ижад түңәрәгендә ҡатнашҡан уҡыусыларҙың шиғыр, хикәйә, әкиәттәре стена гәзитендә яҙыла, һүрәттәре яһала. Уларҙың әҫәрҙәре китап итеп төпләнә һәм күргәҙмә материал итеп файҙаланыла. Ғайса Көнәфиә улының синыфында уҡыған Вафа Әхмәҙиев талантлы ғалим һәм шағир, Рауил Ниғмәтуллин күренекле шағир булып танылды. Ғайса ағайҙың улы Салауатты ла Яҙыусылар союзына алдылар. Ул балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә хикәйәләр яҙа. Уҡытыусы балаларҙы дәрес материалы менән ҡыҙыҡтыра ла, ҡыҙыҡһындыра ла белә. Уның уҡыусыларҙы әүҙемләштереү, уларҙың аң-белем даирәһен үҫтереү, донъяға ҡарашын киңәйтеү тура¬ындағытураындағы докладтарын, ваҡытлы матбуғатта баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрен мәктәп, район уҡытыусылары тәрән өйрәнеп, үҙ эштәрендә файҙалана. Ғайса Көнәфиә улы Кәримов үҙенең уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡулланылған ысул һәм алымдарын йылдан-йыл камиллаштыра, педагогик тәжрибәһен байыта, уны район уҡытыусылары менән төрлө йыйындарҙа ихлас уртаҡлаша.
 
1999 йылда Ғайса Көнәфиә улы менән Латифа Әхмәҙулла ҡыҙы Кәримовтарҙың тормош ҡороп йәшәүҙәренә 50 йыл тулды. Ата-әсәнең алтын туйына балалары Юлай, Ғәтифә, Светлана, Нәсимә, Салауат, Нәзимә, Сафа үҙ ғаиләләре менән ҡайтып төштө. Район, ауыл, колхоз етәкселәре, ауылдаштары юбилярҙарҙы ихлас ҡотла¬ныҡотланы. Ата йорто кинйә улдары Сафа Кәримовҡа мираҫ булып ҡалды. Уның нигеҙе ныҡ, йорт-ҡура ышаныслы ҡулдарҙа.
 
== Һылтанмалар ==