Йөрәк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
== Дөйөм мәғлүмәттәр ==
Йөрәк ([[латин теле|латинса]] — «''соr''», [[грек теле|грекса]] «''καρδιά''», [[урыҫ теле]]ндә «''сердце''») тик унда ғына булған үҙенсәлекле мускулдарҙан тора, эсе ҡыуыш, тоташтырғыс туҡыманан барлыҡҡа килгән йөрәк ҡабында ята. Йөрәк ҡабының эске йөҙө йөрәкте еүешләп тороусы һәм ҡыҫҡарғанда ышҡылыуҙы кәметеүсе шыйыҡса бүлеп сығара.
Йөрәк, [[ҡан]]ды тамырҙарға ҡыуып, умартҡалылар [[организм]]ы өсөн бик мөһим булған [[ҡан әйләнеше]]н тыуҙыра. Даими хәрәкәтләнеп торһа ғына, [[ҡан]] үҙ бурысын үтәй ала. Шулай итеп, йөрәк һәм [[ҡан]] тамырҙары [[ҡан әйләнеше]] системаһын тәшкил итә. Йөрәктең тибеүҙән туҡтауы [[организм]]дың үлеменә килтерә, сөнки туҡымаларға [[кислород]] менән йәшәү өсөн мотлаҡ булған матдәләр килмәй, һәм бер үк ваҡытта уларҙан тарҡалыу продукттары сығарылмай, һөҙөмтәлә [[организм]] ағыулана.
 
== Кеше йөрәге ==
Йөрәктең ауырлығы, кешенең енесенә ҡарап, оло ирҙәрҙә 250 — 300, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 300 — 350 грамм була. Бер минут арауығында уртаса 72 тапҡыр ҡыҫылып типкән был тән ағзаһы 66 йылда, мәҫәлән, 2 ярым миллиардҡа яҡын цикл яһай. Кеше йөрәге аша бер тәүлектә 7 000 – дән 10 000 [[литр]]ға тиклем, йыл эсендә 3 150 0000 [[литр]]ға яҡын [[ҡан]] үтә.
 
== Йөрәк сирҙәре ==
 
== Һылтанмалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йөрәк» битенән алынған