Әхмәт ибн Фаҙлан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
текст
14 юл:
Ибн Фаҙлан “Яҙмалары” үҙендә хәҙерге [[Башҡортостан]] биләмәләрендә генә түгел, ғөмүмән, [[тарихи Башҡортостан]] ерҙәрендә иң боронғо дәүерҙәрҙә йәшәгән [[башҡорттар]] тураһында мәғлүмәттәр һаҡлаусы иң боронғо сығанаҡтарҙың береһе.
==Сәйәхәте==
[[Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге|Бағдад хәлифәһе]] һарайында хеҙмәт итә. 921-22 йылдарҙа Болғарга әл-Моктәдир илселеге сәркәтибе. Юл яҙмалары алып бара, һуңынан шулар нигеҙендә Иҙел буйы Болғар дәүләтенә барыуҙары тураһында сәйәхәтнамә төҙөй.
 
Бағдадтан 921 йылдың 21 июнендә сығып киткән ҙур илселек башта Шәреҡтең кесе һәм ҙур ҡалалары аша үтә, унан һуң Бохараға килеп етә, әмир тарафынан ҡабул ителә. Тик Бохара әмире уларға юлды дауам итергә рөхсәт бирмәй, илселеккә 28 көн Бохарала тотҡарланырга тура килә. Унан илселек ҡарауаны Харәземгә килеп керә һәм әл-Жөржанда туҡтала. Һыуыҡтар башланыу сәбәпле, илселек ҡышты Иҫке Үргәнестә үткәрергә мәҗбүр була.
23 юл:
 
Көндәлек-сәйәхәтнамәлә Ибне Фаҙландың Иҙел буйы Болғар дәүләтенән шул уҡ йылда, «көндәр ҡыҫҡара башлағас» китүе тураһында хәбәр ителә. Уның шунан һуңғы яҙмышы билдәһеҙ.
 
== Әҙәбиәт ==
* Фәхретдинов Р. Болгар вә Казан төрекләре. Казан, 1993; Ковалевский А.П. Книга Ахмеда Ибн-Фадлана о его путешествии на Волгу в 921-922 гг. Хар., 1956;