Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
өҫтәмә мәғлүмәт
58 юл:
Хәлифәлектә [[математика]], [[астрономия]], [[география]], [[медицина]] һымаҡ [[фән]]дәр ныҡ үҫешкән. VIII—IX быуаттарҙа боронғо грек, фарсы, һинд ғалимдарының хеҙмәттәре ғәрәп теленә тәржемә ителгән. Бигерәк тә ''Һарун әр-Рәшит'' хакимлығы осоронда күп хеҙмәттәр тәржемә ителгән, Бағдадта ҡулъяҙмалар һаҡлана торған йортҡа — «Аҡыл йорто»на нигеҙ һалынған. Һуңыраҡ шундай йорттар илдең башҡа эре ҡалаларында барлыҡҡа килгәндәр, уларҙа ғалимдар китаптар, торлаҡ, аҡса менән тәмьин ителгән.
 
Ғәрәптәргә ''[[Пифагор'']], [[Евклид]] һәм ''[[Архимед'']]тың, һинд астрономдары һәм математиктарының хеҙмәттәре билдәле булған һәм улар [[алгебра]]ны төҙөгәндәр, һинд цифрҙарын ҡулланғандар. Һуңғылары ғәрәптәр аша Европаға үтеп инеп ғәрәптәрҙеке булып киткәндәр.
 
[[Бағдад]] һәм [[Дамаск]] ҡалаларында обсерваториялар эшләгәндәр. Ғәрәп астрономдары Ерҙең әйләнәһен яҡынса хисаплап сығарғандар, [[йондоҙ]]ҙарҙың урынлашыуын һүрәтләгәндәр. Урта Азия ғалимы ''Әл Бируни'' (973—1048) география, [[тарих]], астрономия һәм башҡа фәндәр буйынса хеҙмәттәр яҙып ҡалдырған. Ул [[Ғаләм]]ебеҙ үҙәгендә [[Ҡояш]] тора һәм [[Ер (планета)|Ер]] уның тирәләй әйләнә тигән фаразды әйтеп ҡалдырған. Ғәрәп сәйәхәтселәре, географтары һәм тарихсылары хәлифәлеккә ингән илдәрҙең, [[Һиндостан]], [[Ҡытай]], Африка, Европа һәм Азияның дәүләттәренең тарихы һәм географияһы тураһында мәғлүмәттәр йыйғандар.
 
Хәлифәлектә медицинала тиҙ үҫешалғанүҫеш алған. Урта Азияла йәшәгән философ, табип, астроном, географ һәм шағир [[Әбүғәлисина]] (980—1037), йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы булған, уны хөрмәтләп «ғалимдарҙың ғалимы» тип атағандар.
 
Хәлифә ''Һарун әр-Рәшит'' (768—809) мәшһүр «[[Мең дә бер кисә]]» әкиәттәр йыйынтығының геройы булған. Әкиәттәрҙә Һарун ғәҙел батша булып күҙ алдына баҫа. Үҙенең подданныйҙарының мохтажлыҡтарын белер өсөн, ул, кейемен алмаштырып, төндәрен Бағдад урамдарына сыға, уны бер вәзире һәм тәнһаҡсыһы ғына оҙатып йөрөй. Ысынында иһә Һарун әр-Рәшит мәкерле һәм ҡанһыҙ хаким булған. Подданныйҙары уны күралмаған. Хәлифә Бағдадта торорға ҡурҡҡан һәм ҡала ситендәге ҡәлғәлә йәшәгән. Ҡалаға ул һалымдан алып еткерелмәгән түләүҙәрҙе яза биреп түләтеү өсөн генә килеп киткән. Бик бай Иран ырыуынан булған вәзиренең байлығына һәм йоғонтоһона ҡыҙығып, хәлифә уны уны язаларға әмер биргән, ә уның байлығын, һарайҙарын, йорт-ерҙәрен ҡаҙнаға тартып алған. Һарун хәлифәлектең сиктәрен тағын да киңәйтергә тырышҡан, ул [[Византия империяһы]]на ҡаршы һуғыш алып барған һәм уның Кесе Азиялағы биләмәләрен бөлгөнлөккә төшөргән, әммә етди уңыштарға өлгәшә алмаған.
71 юл:
 
Ғәббәсиҙәр дәүләтендә ике йөҙ йыллыҡ дауамында үҫеш күҙәтелгән, әммә хәлифәлектең феодал тарҡалышы көсәйә барған һайын, династия яйлап бөтә барған.
 
1258 йылдың февралендә [[Монгол империяһы]]ның кенәзе [[:ru:Хулагу|Һулағи]] Бағдадты яулап ала һәм ҡаланы талай. Башҡала яулап алынғандан һуң 10 көн үткәс Бағдад хәлифәлегенең иң аҙаҡҡы хәлифәһе ''Әл-Мөстәһсим'' язалап үлтерелә. Уның нәҫеленән тик кесе улы Һулағиның ҡатыны булышлығында тере ҡалдырыла.
 
1261 йылда Мәмлүк солтаны [[Бейбарс]] [[Ҡаһирә]]лә хәлифә итеп Бағдадтан ҡасып килгән һәм үҙен Ғәббәсиҙәр нәҫеленән булыуын иғлан иткән ''Әл-Мөстәнсир II әл-Ҡаһирә''не ҡуйған. Әммә монголдар менән алышта Әл-Мөстәнсир II юҡ булған һәм хәлифә итеп ''Әл-Хаким I әл-Ҡаһирә'' (идара итеү йылдары: 1262—1302) танылған. Ҡаһир хәлифәләре артабанғы йөҙ йыллыҡтарҙа солтандарҙың ихтиярына бәйле булғандар, һәм тик һарайҙағы һәм дини церемонияларҙа ғына ҡатнашҡандар. Улар был вазифаны [[Мысыр]]ҙы 1517 йылда [[Ғосман империяһы]] баҫып алғанға тиклем башҡарғандар. Шул уҡ йылды ғосман солтаны [[:ru:Селим I|Селим I]], һуңғы Ҡаһирә хәлифәһен ''Әл-Mөтәүәки III'' [[Истанбул]]ға һөргөнгә ебәреп, хәлифә титулын ҡабул итә.
 
== Халифәләр исемлеге ==