Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Ryanag Аббасидтар хәлифәте битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
60 юл:
Ғәрәптәргә ''Пифагор'', [[Евклид]] һәм ''Архимед''тың, һинд астрономдары һәм математиктарының хеҙмәттәре билдәле булған һәм улар [[алгебра]]ны төҙөгәндәр, һинд цифрҙарын ҡулланғандар. Һуңғылары ғәрәптәр аша Европаға үтеп инеп ғәрәптәрҙеке булып киткәндәр.
 
[[Бағдад]] һәм [[Дамаск]] ҡалаларында обсерваториялар эшләгәндәр. Ғәрәп астрономдары Ерҙең әйләнәһен яҡынса хисаплап сығарғандар, [[йондоҙ]]ҙарҙың урынлашыуын һүрәтләгәндәр. Урта Азия ғалимы ''Әл Бируни'' (973—1048) география, [[тарих]], астрономия һәм башҡа фәндәр буйынса хеҙмәттәр яҙып ҡалдырған. Ул [[Ғаләм]]ебеҙ үҙәгендә [[Ҡояш]] тора һәм [[Ер (планета)|Ер]] уның тирәләй әйләнә тигән фаразды әйтеп ҡалдырған. Ғәрәп сәйәхәтселәре, географтары һәм тарихсылары хәлифәлеккә ингән илдәрҙең, [[Һиндостан]], [[Ҡытай]], Африка, Европа һәмрһәм Азияның дәүләттәренең тарихы һәм географияһы тураһында мәғлүмәттәр йыйғандар.
 
Хәлифәлектә медицинала тиҙ үҫешалған. Урта Азияла йәшәгән философ, табип, астроном, географ һәм шағир [[Әбүғәлисина]] (980—1037), йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы булған, уны хөрмәтләп «ғалимдарҙың ғалимы» тип атағандар.
 
Хәлифә ''Һарун әр-Рәшит'' (768—809) мәшһүр «[[Мең дә бер кисә]]» әкиәттәр йыйынтығының геройы булған. Әкиәттәрҙә Һарун ғәҙел батша булып күҙ алдына баҫа. Үҙенең подданныйҙарының мохтажлыҡтарын белер өсөн, ул, кейемен алмаштырып, төндәрен Бағдад урамдарына сыға, уны бер вәзире һәм тәнһаҡсыһы ғына оҙатып йөрөй. Ысынында иһә Һарун әр-Рәшит мәкерле һәм ҡанһыҙ хаким булған. Подданныйҙары уны күралмаған. Хәлифә Бағдадта торорға ҡурҡҡан һәм ҡала ситендәге ҡәлғәлә йәшәгән. Ҡалаға ул һалымдан алып еткерелмәгән түләүҙәрҙе яза биреп түләтеү өсөн генә килеп киткән. Бик бай Иран ырыуынан булған вәзиренең байлығына һәм йоғонтоһона ҡыҙығып, хәлифә уны уны язаларға әмер биргән, ә уның байлығын, һарайҙарын, йорт-ерҙәрен ҡаҙнаға тартып алған. Һарун хәлифәлектең сиктәрен тағын да киңәйтергә тырышҡан, ул [[Византия империяһы]]на ҡаршы һуғыш алып барған һәм уның Кесе Азиялағы биләмәләрен бөлгөнлөккә төшөргән, әммә етди уңыштарға өлгәшә алмаған.