Ризаитдин Фәхретдинов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
викилаштырыу
218 юл:
}}}}</ref>. Шул уҡ йылдың ноябрендә Өфөлә [[һиндостан]] дәүләт эшмәкәре ''М. Бәрәкәтулла'' менән осраша һәм бергә митингыларҙа ҡатнаша. Мәҡәләләрен «Ислам» журналында баҫтыра башлай.
 
1921—1922 йылдарҙағы {{нп3|[[Башҡортостандағы аслыҡ (1921—1922)|Башҡортостандағы ҙур аслыҡ ваҡытында|ru|Голод в Башкортостане (1921—1922)}}]] Диниә назаратының асығыусыларға иғәнәләр йыйыу, үкһеҙ етем ҡалған балаларҙы йыйып ашатыу, тәрбиәләү буйынса саралар күрә. Был эштәр менән Ризаитдин Фәхретдин шөғөлләнә. Был осорҙа уның үҙенең ғаиләһе лә мохтажлыҡ, ҡытлыҡ кисереү сәбәпле Фәхретдинов ҡиммәтле китаптарын һатырға, аҙыҡҡа алыштырырға мәжбүр була<ref name="Ризаитдин бин Фәхретдин. Тарихи-биографик китап"/>.
 
1922 йылдың ғинуарында [[Рәсәй Үҙәк диниә назараты|Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты]] идараһы тарафынан Ризаитдин Фәхретдин мөфтөй итеп тәғәйенләнә. 1923 йылдың йәйендә уҙғарылған Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының съезы уны рәсми рәүештә раҫлай. Был яуаплы вазифаны башҡарғанда, Фәхретдиновҡа Совет хөкүмәте яғынан булдырылған бик күп ҡаршылыҡтар менән көрәшергә тура килә.