Проза: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Проза'''  — көйгә һәм үлсәмгә һалынмай ижад ителеп, ҡағыҙға төшөрөлгән йә телдән һөйләнелгән сәсмә (шиғри булмаған) әҙәби әҫәр.
 
== Терминдың мәғәнәһе ==
Проза  — [[Латин теле|латинса]] «''prōsa''» һүҙе, исем булараҡ, «''prōsus''» сифатынан яһалған. [[Урыҫ теле]]ндә «прямой», «свободный» тигән мәғәнәләрҙе бирһә, [[башҡорт теле|башҡортса]]ға «тура», «ябай», «ирекле» тип тәржемәләргә була. Бынан сығып, прозаны «ритмик киҫәктәргә һәм ҡабалауҙарға бүленмәгән ирекле һәм ябай телмәр» тип тип ҡабул итергә кәрәк. Боронғо [[грек теле|грек]] әҙәбиәтенең һуңғы осоронда, аҙаҡтан [[Боронғо Рим]]дә был термин үҙенең бөгөн төп ҡулланылышта булған мәғәнәһен алған. Билдәле булыуынса, ул замандарҙағы [[грек теле|грек]] әҙәбиәтендә нәфис һүҙ һөйләүҙе «шиғриәт|поэзия» тип атағандар, бындағы мәҙәниәттә нәфислек сәнғәте тәү сиратта ритм хистәре менән бәйле булған. Шуға ла әҙәби ижад әҫәрҙәренең күпселеге шиғыр формаһында тыуған. Һуңыраҡ ирекле һөйләүгә ҡаршы ҡуйып, ритмик яҡтан дөрөҫ ойошҡан телмәрҙе «шиғыр» тип исемләй башлағандар. [[Греция|Грек]] мәҙәниәтен тулыһынса ҡабул иткән һәм артабан үҫтергән [[Боронғо Рим]]дә, нәҡ ошоға нигеҙләнеп, «ритмик киҫәктәргә бүленмәгән, ябай һәм ирекле телмәр»ҙе генә «проза» тип атай башлағандар.
Шулай булһа ла, күп милләтле [[нәфис әҙәбиәт]]тең меңәр йыллыҡ тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә [[шиғриәт|поэзия]] менән прозаны ныҡлап айырыу бары тулыһынса һаҡланып ҡалмаған. Әҙәбиәт белемендә эргәләш йөрөгән был терминдар аңлатҡан ижад жанрҙары ла бер-береһенә бик яҡын тора: прозалағы шиғри әҫәрҙәр (стихи в прозе) менән бер рәттән ритм һәм рифма ҡулланып яҙылған проза әҫәрҙәренең дә булыуы бының асыҡ миҫалы.
 
== Прозаның ҡыҫҡаса тарихы ==
Тәүге проза әҫәрҙәрен ижад итеүселәр исемлегенә боронғо [[Греция|грек]] космологы (Йыһанды өйрәнеүсе) һәм мифографы (мифтарҙы аңлатыусы) [[Ферекид Сиросский]]ҙы (боронғо [[грек теле|грекса]] ''Φερεκύδης'', беҙҙең эраға тиклем 584/583  — 499/498 йылдар) һәм Боронғо [[Греция]]ның беҙгә тиклем килеп етмәгән Милет ҡалаһында эшләгән фәнни-философик мәктәп вәкилдәрен ([[урыҫ теле|урыҫса]]  — «Миле́тская школа», «миле́тцы») индерәләр.
 
Боронғо [[Греция]] [[нәфис әҙәбиәт]]ендә поэзия менән бер ҡатарҙан проза ла булған. Телсе ғалимдәр уларҙы «миф», «риүәйәт», «[[әкиәт]]» һәм «[[комедия]]» жанрҙары тип һанай. Ә [[Греция|гректар]] үҙҙәре уларҙы бер нисек тә [[шиғриәт|поэзия]]ға индермәгән, сөнки, мәҫәлән, мифты - — бөтөнләй ижад емеше түгел, ә дини тәғлимәт итеп ҡараған. Үҙ сиратында, риүәйәт — тарихи әҫәр, [[әкиәт]] — тормош-көнкүреш хәбәре, һәм [[комедия]] — [[шиғриәт|поэзия]]нан ныҡ түбән торған әйбер булып һаналған. Бер үк ваҡытта ораторҙар һәм сәйәсмәндәр телмәре, һуңыраҡ фәнни яҙмалар [[нәфис әҙәбиәт]]кә туранан-тура ҡағылмаған проза итеп ҡаралған. Шулай итеп, элекке донъяла (античный мир), [[Боронғо Рим]]дә, аҙаҡтан Урта быуаттар Европаһында, юғары ижад һәм [[нәфис әҙәбиәт]] жанры булып танылған [[шиғриәт|поэзия]] менән сағыштырғанда, проза гел икенсе планда йөрөгән, һәм уның тураһында бары тик «көнкүреш әҙәбиәте», ҡайһы саҡ «публицистик әҙәбиәт» тигән фекерҙәр йәшәп килгән.
 
[[Урта быуаттар]]ҙың икенсе яртыһында хәл яйлап үҙгәрә башлай. Тәүҙә антик, һуңынан феодаль дәүләт ҡоролошо тарҡалыу менән, ул замандарҙа популяр булған поэма, [[трагедия (жанр)|трагедия]] һәм ода жанрҙары әкренләп иҫкерә төшә. Сауҙа буржуазияһының үҫеүе, уның мәҙәни һәм идея кимәле артыуы менән һәм ҙур ҡалалар мәҙәниәте нигеҙендә [[нәфис әҙәбиәт]]тең прозаик жанрҙары күтәрелеш кисерә. Башта «повесть» һәм «новелла» тыуһа, улар артынан «роман» жанры барлыҡҡа килә. Ҡол биләү осоро һәм феодал дәүләттәр әҙәбиәтендә төп урынды алып торған поэтик жанрҙар, иҫкереүгә дусар булып, әҙәбиәт өлкәһенән бөтөнләй юғалмаһалар ҙа, тора бара үҙҙәренең баштағы әйҙәүсе асылдарын юғалта. Буржуаз, һуңынан капиталистик йәмғиәттә төп ролде үҙ өҫтөнә ала барыусы әҙәби ысулдар нығыраҡ прозаға тартыла. Был жанрҙағы [[нәфис әҙәбиәт]] [[шиғриәт|поэзия]]ның алдынғылығын ҡыҫырыҡлай башлай, тәүҙә уның менән бер тәңгәлгә күтәрелһә, капитализмдың сәскә атыуы ваҡытында уны һиҙелерлек артҡа һәм түбәнгә ҡалдыра. XIX быуатҡа яҙыусы  — прозаиктар, новелла һәм роман авторҙары [[нәфис әҙәбиәт|матур әҙәбиәт]]тә һиҙелерлек ижадсыларға әйләнә. Улар [[шиғриәт|поэзия]] тантана иткән замандарҙағы поэма һәм трагедия яҙыусылары кеүек үҙ әҫәрҙәрендә йәмғиәткә оло һәм киң күләмдәге типик дөйөмләштереүҙәр һәм һөҙөмтәләр тәҡдим итә.
== Прозалағы әҙәби жанрҙар ==
Әҙәбиәт теорияһында жанр төшөнсәһе әҫәрҙең йөкмәткеһен билдәләй. Икенсе төрлө әйткәндә, жанр — үҙенә бер төрлө сюжет һәм стилистик үҙенсәлек менән билдәләнгән әҫәрҙәр төрө. Бынан сығып, проза жанрҙарына түбәндәгеләр инә:
* '''Биография'''  — ниндәйҙер шәхестең тормош юлын, хеҙмәт һәм башҡа төр эшмәкәрлеген һүрәтләгән яҙма. Кеше тормошоның тасуирламаһы  — тарихи, әҙәби һәм фәнни проза жанры. Уға миҫал итеп [[Мәскәү]]ҙең «Молодая гвардия» нәшриәтендә тиҫтә йылдар дәүерендә [[урыҫ теле]]ндә нәшер ителгән «Жизнь замечательных людей» серияһын килтерергә була.
 
* '''Манифест'''
* '''Новелла'''
* '''Очерк'''
* '''Парабола'''
* '''Повесть'''
25 юл:
* '''Роман'''
* '''Хикәйә'''
* '''Эпопея'''
* '''Эссе'''
== Әҙәбиәт ==
* История всемирной литературы: В 9 томах / АН СССР; Ин-т мировой лит. им. А.  М.  Горького; Гл. редкол: Г.  П.  Бердников (гл. ред.), А.  С.  Бушмин, Ю.  Б.  Виппер (зам. гл. ред.), Д.  С.  Лихачев, Г.  И.  Ломидзе, Д.  Ф.  Марков, А.  Д.  Михайлов, С.  В.  Никольский, Б.  Б.  Пиотровский, Г.  М.  Фридлендер, М.  Б.  Храпченко, Е.  П.  Челышев.  — М.: Наука, 1983— 19941983—1994. {{ref-ru}}
* Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. {{ref-ru}}
* Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. Дөйөм белешмәләр: — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 342 бит.
* Ожегов С. И.  Словарь русского языка. М., 1968. {{ref-ru}}
* Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г.  Ураксина. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П  — Я.  — 2005.  — 680 с.
 
[[Категория:Әҙәбиәт]]
40 юл:
[[Категория:Проза]]
[[Категория:Поэзия]]
[[Категория:Латин теле]]
[[Категория:Грек теле]]
[[Категория:Боронғо Греция]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Проза» битенән алынған