Проза — версиялар араһындағы айырма

1755 байт өҫтәлгән ,  6 лет назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
== Терминдың мәғәнәһе ==
Проза — [[Латин теле|латинса]] «''prōsa''» һүҙе, исем булараҡ, «''prōsus''» сифатынан яһалған. [[Урыҫ теле]]ндә «прямой», «свободный» тигән мәғәнәләрҙе бирһә, [[башҡорт теле|башҡортса]]ға «тура», «ябай», «ирекле» тип тәржемәләргә була. Бынан сығып, прозаны «ритмик киҫәктәргә һәм ҡабалауҙарға бүленмәгән ирекле һәм ябай телмәр» тип тип ҡабул итергә кәрәк. Боронғо [[грек теле|грек]] әҙәбиәтенең һуңғы осоронда, аҙаҡтан [[Боронғо Рим]]дә был термин үҙенең бөгөн төп ҡулланылышта булған мәғәнәһен алған. Билдәле булыуынса, ул замандарҙағы [[грек теле|грек]] әҙәбиәтендә нәфис һүҙ һөйләүҙе «шиғриәт|поэзия» тип атағандар, бындағы мәҙәниәттә нәфислек сәнғәте тәү сиратта ритм хистәре менән бәйле булған. Шуға ла әҙәби ижад әҫәрҙәренең күпселеге шиғыр формаһында тыуған. Һуңыраҡ ирекле һөйләүгә ҡаршы ҡуйып, ритмик яҡтан дөрөҫ ойошҡан телмәрҙе «шиғыр» тип исемләй башлағандар. [[Греция|Грек]] мәҙәниәтен тулыһынса ҡабул иткән һәм артабан үҫтергән [[Боронғо Рим]]дә, нәҡ ошоға нигеҙләнеп, «ритмик киҫәктәргә бүленмәгән, ябай һәм ирекле телмәр»ҙе генә «проза» тип атай башлағандар.
Шулай булһа ла, күп милләтле [[нәфис әҙәбиәттеңәҙәбиәт]]тең меңәр йыллыҡ тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә [[шиғриәт|поэзия]] менән прозаны ныҡлап айырыу бары тулыһынса һаҡланып ҡалмаған. Әҙәбиәт белемендә эргәләш йөрөгән был терминдар аңлатҡан ижад жанрҙары ла бер-береһенә бик яҡын тора: прозалағы шиғри әҫәрҙәр (стихи в прозе) менән бер рәттән ритм һәм рифма ҡулланып яҙылған проза әҫәрҙәренең дә булыуы бының асыҡ миҫалы.
 
== Прозаның ҡыҫҡаса тарихы ==
Тәүге проза әҫәрҙәрен ижад итеүселәр исемлегенә боронғо [[Греция|грек]] космологы (Йыһанды өйрәнеүсе) һәм мифографы (мифтарҙы аңлатыусы) [[Ферекид Сиросский]]ҙы (боронғо [[грек теле|грекса]] ''Φερεκύδης'', беҙҙең эраға тиклем 584/583 — 499/498 йылдар) һәм Боронғо [[Греция]]ның беҙгә тиклем килеп етмәгән Милет ҡалаһында эшләгән фәнни-философик мәктәп вәкилдәрен ([[урыҫ теле|урыҫса]] — «Миле́тская школа», «миле́тцы») индерәләр.
 
Боронғо [[Греция]] [[нәфис әҙәбиәт]]ендә поэзия менән бер ҡатарҙан проза ла булған. Телсе ғалимдәр уларҙы «миф», «риүәйәт», «[[әкиәт]]» һәм «[[комедия]]» жанрҙары тип һанай. Ә [[Греция|гректар]] үҙҙәре уларҙы бер нисек тә [[шиғриәт|поэзия]]ға индермәгән, сөнки, мәҫәлән, мифты - бөтөнләй ижад емеше түгел, ә дини тәғлимәт итеп ҡараған. Үҙ сиратында, риүәйәт – тарихи әҫәр, [[әкиәт]] – тормош-көнкүреш хәбәре, һәм [[комедия]] – [[шиғриәт|поэзия]]нан ныҡ түбән торған әйбер булып һаналған. Бер үк ваҡытта ораторҙар һәм сәйәсмәндәр телмәре, һуңыраҡ фәнни яҙмалар [[нәфис әҙәбиәт]]кә туранан-тура ҡағылмаған проза итеп ҡаралған. Шулай итеп, элекке донъяла (античный мир), [[Боронғо Рим]]дә, аҙаҡтан Урта быуаттар Европаһында, юғары ижад һәм [[нәфис әҙәбиәт]] жанры булып танылған [[шиғриәт|поэзия]] менән сағыштырғанда, проза гел икенсе планда йөрөгән, һәм уның тураһында бары тик «көнкүреш әҙәбиәте», ҡайһы саҡ «публицистик әҙәбиәт» тигән фекер йәшәп килгән.
 
== Прозалағы әҙәби жанрҙар ==
86 149

үҙгәртеү