Ғафаров Фидан Сафа улы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә
{{Башҡа мәғәнәләре|Ғафаров (фамилиялаш)}}
 
{{Музыкант
|Имя = Фидан Ғафаров
|Викисклад =
}}
 
'''Ғафаров Фидан Сафа улы''' — Башҡортостан Республикаһының, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, [[Салауат Юлаев исемендәге премия]] лауреаты. [[1947]] йылдың [[12 октябрь|12 октябрендә]] [[Башҡортостан]]дың [[Дүртөйлө районы]] [[Яңы Уртай]] ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас 14 йәшендә [[Өфө сәнғәт училищеһы]]на уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас [[Башҡорт дәүләт академия драма театры]]на эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.
 
== Репертуары ==
Ул башҡарған төп ролдәр: Хәлил ([[М. Фәйзи]] «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән ([[Ибраһимов Хабибулла Калимулла улы|Х. Ибраһимов]] «Башмағым»), Ричард Галин ([[М. Кәрим]] «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М. Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәһим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат ([[Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы|Ә. Мирзаһитов]] «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б.
 
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләтлеге менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул үҙенең "«Фидан Ғафаров театры"нтеатрын» ойоштора.
 
== Бүләктәре ==
== Сығанаҡтар ==
{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/5267-afarov-fidan-safa-uly}}
 
 
[[Категория:Мәҙәниәт]]