Айытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ib, категория
категория
18 юл:
|награды и премии =
}}
'''Ғәлиәхмәт Айытбаев''' — [[Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенеңхәрәкәте]]нең тәүге осоронда әүҙем ҡатнашҡан эшмәкәрҙәрҙең береһе. 1917 йылдың 20—27 июлендә [[Ырымбур]]ҙа үткән 1-се Башҡорт ҡоролтайында Башҡорт үҙәк шураһына ағза итеп һайлана. Уға Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәктенең башҡарма органында үтә лә яуаплы һәм мөһим эш йөкмәтелә — Башҡорт үҙәк шураһының Ер һәм урман эштәре буйынса бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. Был осорҙа ул башҡорттоң ер мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән проект, положениелар өҫтөндә әүҙем эшләй.
1917 йылдың ноябрендә Ғ. Айытбаев тарафынан башҡорт улыстарында ер эштәре буйынса бүлектәр ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеге тураһында положение эшләнә.
37 юл:
Апрелдә Айытбаев Мәскәүҙә Наркомнац янындағы Үҙәк мосолман комиссариатына эшкә алына. Был осорҙа комиссариатта башҡорт эшмәкәрҙәренән [[Манатов Шәриф Әхмәтйән улы|Шәриф Манатов]], [[Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы|Хәбибулла Ғәбитовтар]] эшләй. Ғ. Айытбаевты комитетың ер эштәре һәм сәнәғәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Бер үк ваҡытта комиссариаттың башҡорт эштәре буйынса комиссары вазифаһын башҡара. Әҙерәк Мәскәүҙә эшләгәндән һуң, ул комиссариаттың урындағы органдарының эшен юлға һалыу өсөн Башҡортостанға ҡайта.
 
1918 йылдың йәйендә, [[Башҡорт хөкүмәтеХөкүмәте]] тергеҙелгәс, Айытбаев ҡабат Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Зәки Вәлиди уны бәйләнештәр ойоштороу өсөн [[Төркиә]]гә ебәрергә уйлай. Әммә уның сит илдә йөрөп ҡайтҡанлығы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
 
1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡандан һуң, Ғәлиәхмәт Айытбаев Башҡортостандың ваҡытлы революцион хөкүмәте — Башревкомға ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана.
51 юл:
<references/>
 
[[Категория:Башҡортостан шәхестәре]]
[[Категория:Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Башҡорт АССР-ның дәүләт эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Башҡорт Хөкүмәте ағзалары]]
[[Категория:Кесе Ҡоролтай ағзалары]]