Диктатура — версиялар араһындағы айырма

53 байт өҫтәлгән ,  6 лет назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
=== Боронғо [[Греция|грек]] дәүләттәрендәге диктатура ===
Боронғо [[Греция]] дәүләттәренә һәм уларҙың колонияларына ла диктатура күренеше ят түгел. Әлбиттә, уларҙа диктаторҙар «тиран», ә уларҙың диктатураһы «тирания» исеме менән билдәле. Ул замандарҙа был атама ниндәйҙер кире мәғәнәгә эйә булмай. Тирандарҙың күбеһе, демократияға таянып, аристократтарҙы ҡыҫырыҡлай. Ҡайһылары, бигерәк тә боронғораҡтары, фәнде һәм сәнғәтте яҡлаусы меценаттар, аҡыл эйәләре һәм ғәҙел хәким итеүсе булып дан ҡаҙанған. Был юҫыҡтан [[Коринфа Периандр]] һәм [[Афин Писистрат]] атлы тирандарҙы иҫкә алырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта тирандарҙың яуызлығы, шиксел холоҡло, үҙбелдекле һәм дыуамал булыуҙары хаҡындағы күп мәғлүмәт беҙҙең көндәргә килеп еткән. Уларҙың ҡайһы берҙәре (мәҫәлән тиран [[Акрагант Фаларид]]) аяуһыҙ ҡаты язалау ысулдары уйлап сығарыр булған.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Сығанаҡтар ==