Диктатура: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
викилаштырыу
1 юл:
'''Диктатура'''  — дәүләттә власты тормошҡа ашырыу системаһы.
 
== Төшөнсәнең төп мәғәнәләре ==
[[Латин теле]]ндәге «dictatura» һүҙе [[урыҫ теле|урыҫса]]ға тәржемә иткәндә «неограниченная власть», [[башҡорт]]са «сикләнмәгән власть» («хакимлек», «хакимиәт») тигәнде аңлата. Хәҙерге политология фәнендә диктатура  — дәүләткә идара итеүҙең власть тулыһынса бер сәйәси ҡараш вәкилдәре: идара итеүсе төркөм ([[сәйәси фирҡә]], синыф, берләшмә) йәки бер шәхес (диктатор) ҡулында булған формаһы тип билдәләнә. Шулай итеп, диктатура шарттарында идара итеүсе, власты тормошҡа ашырыу һәм власҡа мөнәсәбәт формаларына ҡарамай, идараны туранан-тура һәм ҡәтғи (директив) ысулдар менән ойоштора. Быны заманында [[Бөйөк француз революцияһы]]нан һуң булдырылған сәйәси система миҫалында асыҡ күрһәтергә була: унда власть формаһы  — республика, власҡа ҡараш формаһы  — демократия, ә инде власты тормошҡа ашырыу формаһы  — нәҡ бында ҡаралған диктатура була.
 
[[Марксизм-ленинизм]] тәғлимәте диктатура төшөнсәһен саҡ ҡына икенсерәк аңлатыуын да билдәләргә кәрәк. Унда ул бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған ике мәғәнәлә ҡулланыла:
# иҡтисади яҡтан өҫтөн булған синыфҡа сәйәси власы һәм
# власты тормошҡа ашырыу ысулы (диктатура режимы, диктатура саралары һәм алымдары).
[[Марксизм-ленинизм]] тәғлимәте диктатура төшөнсәһен саҡ ҡына икенсерәк аңлатыуын да билдәләргә кәрәк. Унда ул бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған ике мәғәнәлә ҡулланыла: 1) иҡтисади яҡтан өҫтөн булған синыфҡа сәйәси власы һәм 2) власты тормошҡа ашырыу ысулы (диктатура режимы, диктатура саралары һәм алымдары). Тәүге мәғәнәләге диктатура синыфтар араһындағы ҡаршылыҡтар йәшәп килгән һәр йәмғиәткә хас. Икенсе мәғәнәлә ҡаралған диктатура шарттарында власть тулыһынса бер шәхес  — диктатор ҡулында туплана. Был осраҡта диктатура сикләнмәгән һәм контролһеҙ диктатор хәкимлеге, конституцияла иғлан ителгән демократик хоҡуҡтарҙы һәм иректе, шулай уҡ вәкәләтле органдарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыу менән билдәләнә. Кешелек тарихында диктатор режимдарының урынлашыуы теге йәки был дәүләттә синфи көрәштең ҡырҡа киҫкеләшеүе менән турана-тура бәйле. Миҫалға [[Испания]]лағы [[Франко]] диктатураһын, [[Адольф Гитлер|Гитлер]] ваҡытында [[Германия]]лағы [[фашист]]ик диктатураны килтерергә була.
 
[[Марксизм-ленинизм]] тәғлимәте диктатура төшөнсәһен саҡ ҡына икенсерәк аңлатыуын да билдәләргә кәрәк. Унда ул бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған ике мәғәнәлә ҡулланыла: 1) иҡтисади яҡтан өҫтөн булған синыфҡа сәйәси власы һәм 2) власты тормошҡа ашырыу ысулы (диктатура режимы, диктатура саралары һәм алымдары). Тәүге мәғәнәләге диктатура синыфтар араһындағы ҡаршылыҡтар йәшәп килгән һәр йәмғиәткә хас. Икенсе мәғәнәлә ҡаралған диктатура шарттарында власть тулыһынса бер шәхес — диктатор ҡулында туплана. Был осраҡта диктатура сикләнмәгән һәм контролһеҙ диктатор хәкимлеге, конституцияла иғлан ителгән демократик хоҡуҡтарҙы һәм иректе, шулай уҡ вәкәләтле органдарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыу менән билдәләнә. Кешелек тарихында диктатор режимдарының урынлашыуы теге йәки был дәүләттә синфи көрәштең ҡырҡа киҫкеләшеүе менән турана-тура бәйле. Миҫалға [[Испания]]лағы [[Франко]] диктатураһын, [[Адольф Гитлер|Гитлер]] ваҡытында [[Германия]]лағы [[фашист]]ик диктатураны килтерергә була.
[[Марксизм-ленинизм]] тәғлимәте шулай уҡ диктатураны власты тормошҡа ашырыу ысулы булараҡ демократик режимдың ҡапма-ҡаршыһы тип иҫәпләй һәм Көнбайыш политологтарының быны бөтөнләй иҫкә алмай, диктатураны бары тик бер шәхес режимы итеп ҡарауын ҡырҡа тәнҡитләй.
 
== Диктатура — тарихи күҙлектән ==
 
=== [[Боронғо Рим]]дәге диктатура ===
Республика осорондағы [[Боронғо Рим]]дә (беҙҙең дәүергә тиклем 5  — 3 быуаттар) ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында (һуғыш, ҡолдарҙың сыуалыштары һәм башҡалар) диктатура дәүләт менән идара итеү формаһы була. Диктатураның төп маҡсаты  — демократияны һаҡлау һәм республика именлеген тәьмин итеү. Сенат тәҡдиме менән консулдарҙың береһе йә икеһе тарафынан тәғәйенләнгән диктатор хәрби операциялар менән етәкселек иткән, уға барлыҡ граждан власы органдары бойһонған. Диктаторҙың бөтә декреттары ҡанун көсөн алған, һәм улар тикшерелергә тейеш булмаған. Бар власты үҙ ҡулына тупламаһын өсөн диктаторға йәмәғәт ҡоролошон үҙгәртеү, һуғыш иғлан итеү, яңы һалымдар индереү һәм административ идара итеүгә ҡыҫылыу тыйылған. Диктатура ваҡыты ла ҡәтғи сикләнә: ул алты айҙан артырға тейеш булмай. (<ref>И. И.  Кравченко, «Новая философская энциклопедия» {{ref-ru}})</ref>.
 
Шуның менән бергә [[Боронғо Рим]]дә беҙҙең дәүергә тиклем 82 йылда вәкәләтлек ваҡыты сикләнмәгән беренсе диктатор итеп [[Луций Корнелий Сулла]] тәғәйенләнә. Бының нигеҙе формаль рәүештә шулай билдәләнә: ҡанундарҙы тормошҡа ашырыу һәм республиканы тәртипкә килтереү. Әммә 79 йылда [[Сулла]] үҙ вәкәләттәренән баш тарта. Беҙҙең дәүергә тиклем 44 йылда, заговорсылар тарафынан үлтерелеүенән бер ай алда, вәкәләтлек ваҡыты сикләнмәгән диктатор итеп быға тиклем был вазифаға әүәлге тәртиптә бер нисә тапҡыр һайланған [[Юлий Цезарь|Гай Юлий Цезарь]] билдәләнә. Ул үлтерелгәндән һуң (44 йылда) диктатор вазифаһы бөтөрөлә.
[[Сулла]] менән [[Юлий Цезарь|Цезарь]], шулай итеп, [[Боронғо Рим]]дең ул ваҡыт шарттары менән билдәләнгән һуңғы һәм бөгөн беҙ аңлаған мәғәнәлә тәүге диктаторҙар була. Дәүләт менән артабанғы йылдарҙа идара иткән [[Октавиан Август]] һәм башҡа императорҙар был вазифаға рәсми тәғәйенләнмәһәләр ҙә (тарихтан билдәле булыуынса, [[Октавиан Август|Август]]ҡа бындай тәҡдим яһала), ғәмәлдә тулыһынса диктатор власына эйә булалар. Шул уҡ ваҡытта [[Рим]] дәүләте формаль яҡтан республика булып һанала, һәм унда республикаға хас власть органдары ғәмәлдә була.
[[Октавиан Август|Август]] аҙаҡтан тәрбиәгә (аҫрауға) алынған улы [[Тиберий]]ҙы ([[урыҫ теле|урыҫса]]  — «приемный сын») үҙенең вәриҫе итеүгә өлгәшә. Бындай осраҡтар артабанғы ил етәкселәре тарафынан йышыраҡ ҡабатлана, һәм [[Боронғо Рим]]дең монархияға[[монархия]]ға әйләнеү сәбәптәренең береһе була.
 
=== Боронғо [[Греция|грек]] дәүләттәрендәге диктатура ===
Юл 20 ⟶ 25:
 
== Сығанаҡтар ==
* Орлов А. С., Георгиева Н. Г., Георгиев В. А.  Исторический словарь. 2-е изд. М., 2012, с. 411. {{ref-ru}}
* Гаджиев К. С.  Диктатура // Большая российская энциклопедия.  — 2007.  — Т. 8.  — С. 747.  — ISBN 978-5-85270-338-5. {{ref-ru}}
* Кравченко И. И.  Диктатура. Новая философская энциклопедия в 4-х томах // Ред. совет: Степин В. С., Гусейнов А. А., Семигин Г. Ю., Огурцов А. П. и др.  — М.: Мысль, 2010.  — 744 с. / 634,[2]с. / 692,[2]с. / 736 с.
 
== Һылтанмалар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Диктатура» битенән алынған