Диктатура: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
 
== Диктатура – тарихи күҙлектән ==
=== [[Боронғо Рим]]дәге диктатура ===
* Республика осорондағы [[Боронғо Рим]]дә (беҙҙең дәүергә тиклем 5 — 3 быуаттар) ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында (һуғыш, ҡолдарҙың сыуалыштары һәм башҡалар) диктатура дәүләт менән идара итеү формаһы була. Диктатураның төп маҡсаты — демократияны һаҡлау һәм республика именлеген тәьмин итеү. Сенат тәҡдиме менән консулдарҙың береһе йә икеһе тарафынан тәғәйенләнгән диктатор хәрби операциялар менән етәкселек иткән, уға барлыҡ граждан власы органдары бойһонған. Диктаторҙың бөтә декреттары ҡанун көсөн алған, һәм улар тикшерелергә тейеш булмаған. Бар власты үҙ ҡулына тупламаһын өсөн диктаторға йәмәғәт ҡоролошон үҙгәртеү, һуғыш иғлан итеү, яңы һалымдар индереү һәм административ идара итеүгә ҡыҫылыу тыйылған. Диктатура ваҡыты ла ҡәтғи сикләнә: ул алты айҙан артырға тейеш булмай. (И.И. Кравченко, «Новая философская энциклопедия» {{ref-ru}}).
 
Шулай ҙа [[Боронғо Рим]]дә беҙҙең дәүергә тиклем 82 йылда вәкәләтлек ваҡыты сикләнмәгән беренсе диктатор итеп [[Луций Корнелий Сулла]] тәғәйенләнә. Бының нигеҙе формаль рәүештә шулай билдәләнә: ҡанундарҙы тормошҡа ашырыу һәм республиканы тәртипкә килтереү. Әммә 79 йылда [[Сулла]] үҙ вәкәләттәренән баш тарта. Беҙҙең дәүергә тиклем 44 йылда, заговорсылар тарафынан үлтерелеүенән бер ай алда, вәкәләтлек ваҡыты сикләнмәгән диктатор итеп быға тиклем был вазифаға әүәлге тәртиптә бер нисә тапҡыр һайланған [[Юлий Цезарь|Гай Юлий Цезарь]] билдәләнә. Ул үлтерелгәндән һуң (44 йылда) диктатор вазифаһы бөтөрөлә.
Шулай итеп, [[Сулла]] менән [[Юлий Цезарь|Цезарь]] [[Боронғо Рим]]дең ул ваҡыт шарттары менән билдәләнгән һуңғы һәм бөгөн беҙ аңлаған мәғәнәлә тәүге диктаторҙар була. Дәүләт менән артабанғы йылдарҙа идара иткән [[Октавиан Август]] һәм башҡа императорҙар был вазифаға рәсми тәғәйенләнмәһәләр ҙә (тарихтан билдәле булыуынса, [[Октавиан Август|Август]]ҡа бындай тәҡдим яһала), ғәмәлдә тулыһынса диктатор власына эйә булалар. Шул уҡ ваҡытта [[Рим]] дәүләте формаль яҡтан республика булып һанала, һәм унда республикаға хас власть органдары ғәмәлдә була.
[[Октавиан Август|Август]] аҙаҡтан тәрбиәгә (аҫрауға) алынған улы [[Тиберий]]ҙы ([[урыҫ теле|урыҫса]] — «приемный сын») үҙенең вәриҫе итеүгә өлгәшә. Бындай осраҡтар артабанғы ил етәкселәре тарафынан йышыраҡ ҡабатлана, һәм [[Боронғо Рим]]дең монархияға әйләнеү сәбәптәренең береһе була.
 
=== Боронғо [[Греция|грек]] дәүләттәрендәге диктатура ===
 
 
== Сығанаҡтар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Диктатура» битенән алынған