Диктатура — версиялар араһындағы айырма

56 байт өҫтәлгән ,  6 лет назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
'''Диктатура''' — дәүләттә власты тормошҡа ашырыу системаһы.
 
== Төшөнсәнең төп мәғәнәләре ==
[[Латин теле]]ндәге «dictatura» һүҙе [[урыҫ теле|урыҫса]]ға тәржемә иткәндә «неограниченная власть», [[башҡорт]]са «сикләнмәгән власть» («хакимлек», «хакимиәт») тигәнде аңлата. Хәҙерге политология фәнендә диктатура — дәүләткә идара итеүҙең власть тулыһынса бер сәйәси ҡараш вәкилдәре: идара итеүсе төркөм ([[сәйәси фирҡә]], синыф, берләшмә) йәки бер шәхес (диктатор) ҡулында булған формаһы тип билдәләнә. Шулай итеп, диктатура шарттарында идара итеүсе, власты тормошҡа ашырыу һәм власҡа мөнәсәбәт формаларына ҡарамай, идараны туранан-тура һәм ҡәтғи (директив) ысулдар менән ойоштора. Быны заманында [[Бөйөк француз революцияһы]]нан һуң булдырылған сәйәси система миҫалында асыҡ күрһәтергә була: унда власть формаһы — республика, власҡа ҡараш формаһы — демократия, ә инде власты тормошҡа ашырыу формаһы — нәҡ бында ҡаралған диктатура була.
 
79 598

үҙгәртеү