Диктатура — версиялар араһындағы айырма

26 байт өҫтәлгән ,  6 лет назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
[[Латин теле]]ндәге «dictatura» һүҙе [[урыҫ теле|урыҫса]]ға тәржемә иткәндә «неограниченная власть», [[башҡорт]]са «сикләнмәгән власть» («хакимлек», «хакимиәт») тигәнде аңлата. Хәҙерге политология фәнендә диктатура — дәүләткә идара итеүҙең власть тулыһынса бер сәйәси ҡараш вәкилдәре: идара итеүсе төркөм ([[сәйәси фирҡә]], синыф, берләшмә) йәки бер шәхес (диктатор) ҡулында булған формаһы тип билдәләнә. Шулай итеп, диктатура шарттарында идара итеүсе, власты тормошҡа ашырыу һәм власҡа мөнәсәбәт формаларына ҡарамай, идараны туранан-тура һәм ҡәтғи (директив) ысулдар менән ойоштора. Быны заманында [[Бөйөк француз революцияһы]]нан һуң булдырылған сәйәси система миҫалында асыҡ күрһәтергә була: унда власть формаһы — республика, власҡа ҡараш формаһы — демократия, ә инде власты тормошҡа ашырыу формаһы — нәҡ бында ҡаралған диктатура була.
 
[[Марксизм-ленинизм]] тәғлимәте диктатура төшөнсәһен саҡ ҡына икенсерәк аңлатыуын да билдәләргә кәрәк. Унда ул бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған ике мәғәнәлә ҡулланыла: 1) иҡтисади яҡтан өҫтөн булған синыфҡа сәйәси власы һәм 2) власты тормошҡа ашырыу ысулы (диктатура режимы, диктатура саралары һәм алымдары). Тәүге мәғәнәләге диктатура синыфтар араһындағы ҡаршылыҡтар йәшәп килгән һәр йәмғиәткә хас. Икенсе мәғәнәлә ҡаралған диктатура шарттарында власть тулыһынса бер шәхес — диктатор ҡулында туплана. Был осраҡта диктатура сикләнмәгән һәм контролһеҙ диктатор хәкимлеге, конституцияла иғлан ителгән демократик хоҡуҡтарҙы һәм иректе, шулай уҡ вәкәләтле органдарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыу менән билдәләнә. Кешелек тарихында диктатор режимдарының урынлашыуы теге йәки был дәүләттә синфи көрәштең ҡырҡа киҫкеләшеүе менән турана-тура бәйле. Миҫалға [[Испания]]лағы [[Франко]] диктатураһын, [[Адольф Гитлер|Гитлер]] ваҡытында [[Германия]]лағы [[фашист]]ик диктатураны килтерергә була.
[[Марксизм-ленинизм]] тәғлимәте шулай уҡ диктатураны власты тормошҡа ашырыу ысулы булараҡ демократик режимдың ҡапма-ҡаршыһы тип иҫәпләй һәм Көнбайыш политологтарының быны бөтөнләй иҫкә алмай, диктатураны бары тик бер шәхес режимы итеп ҡарауын ҡырҡа тәнҡитләй.
 
79 598

үҙгәртеү