Сәйәси фирҡә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
33 юл:
 
Хеҙмәтсән халыҡ массаларын һәм тәү сиратта эшселәр синыфы вәкилдәрен берләштергән фирҡәләр сағыштырмаса һуңыраҡ ойоша башлай. Уларҙың төп маҡсаттары: иҙеүсе синыфтарға, капиталистик социаль-сәйәси тәртиптәргә ҡаршы көрәш һәм синыфтар ҡаршылығынан азат булған яңы йәмғиәт төҙөү. Бындайҙар иҫәбенә тәү сиратта «социалистик» һәм «социаль-демократик фирҡә»ләр инә. Уларҙың һан яғынан артыуы [[II Интернационал]] эшмәкәрлеге менән турана-тура бәйле. Был фирҡәләр марксистик идеология нигеҙендә ойоша һәм эшмәкәрлектәренең тәүге осорҙарында еңеп сығып, власть алыу өсөн һайлауҙарҙа ҡатнашыу бурысын үҙ алдына ҡуймай. Дөйөм алғанда, уларҙың быға мөмкинселектәре лә булмай тиерлек. Аҙаҡтан, ойошоу йәһәтенән сағыштырмаса нығынғас ҡына, улар парламент эшмәкәрлегенә ҡушыла. Бында ла улар бары үҙҙәренең программаларын пропагандалау һәм киңерәк таратыуҙы тәү маҡсат итеп ҡуя, сөнки был сәйәси фирҡәләр сығышы менән тик социаль һәм идеологик йүнәлешкә ҡоролған.
 
Эшселәр фирҡәләре капиталистик система менән көрәш барышында, аграр фирҡәләр – индустриаль үҫешкә ҡаршылыҡ йөҙөнән, христиан фирҡәләре – ил сәйәсәтенә сиркәү йоғонтоһон көсәйтеүгә ҡаршылар менән көрәштә, коммунистик фирҡәләр – килешеүсәнлек (либераль) һәм монарх хәрәкәттәргә, фашистик фирҡәләр – демократияның бөтә төрҙәренә ҡаршы булараҡ барлыҡҡа килә.