Сәйәси фирҡә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
29 юл:
 
Шул уҡ ваҡытта, был сәйәси берләшмәләрҙе «парламент фирҡәһе булып ойошҡандар» һәм «парламенттан тыш төҙөлгәндәр» тип икегә бүлеп ҡарарға кәрәк. Тәүгеләре, конституцион ҡоролош механизмы булараҡ, алдараҡ барлыҡҡа килгән. Тора-бара йәмғиәттең теге йәки был төркөмдәре уларҙы үҙ ихтияждарын яҡлаусылар итеп ҡабул итә башлай. Фирҡәләр, үҙ сиратында, нәҡ ошо төркөмдәрҙән яңы ағзалар йыйыу менән бергә уларҙы үҙ эшмәкәрлеген хуплауға йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш алып бара. [[Бөйөк Британия]]ның Консерватив фирҡәһе ([[урыҫ теле|урыҫ]]са — Консервативная партия [[Великобритании]]), парламент эсендә ойошоп, нәҡ ошондай тарихи үҫеш кисерһә, был илдең Лейбористар фирҡәһе ([[урыҫ теле|урыҫ]]са — Лейбористская партия [[Великобритании]]), киреһенсә, башта уҡ [[инглиз]] эшселәр хәрәкәтенә ҡағылышлы ойоша һәм тик һуңыраҡ ҡына парламент фирҡәһенә әйләнә. [[Европа]] илдәренең күпселек фирҡәләре лә шулай уҡ парламенттан тыш барлыҡҡа килгән – уларҙың нигеҙен төрлө йүнәлештәге клубтар, студент ойошмалары, һөнәри берекмәләр, крәҫтиән копперативтары һәм башҡалар тәшкил итә.
 
[[Европа]]ның [[феодолизм]]дан [[капитализм]]ға күсеүендә һынылыш этабы булған [[Француз революцияһы]] континентта либералдарға ҡаршы булған төрлө консерватив төркөмдәрҙең барлыҡҡа килеүенә лә сәбәпсе була. Үҙҙәрен «аристократтар», «роялистар», «һарай яны фирҡәләре» тип атаған был ойошмалар XIX быуаттың икенсе яртыһында — XX быуат башында тулыһынса консерватив фирҡәләр булып үҫешә.
 
Хеҙмәтсән халыҡ массаларын һәм тәү сиратта эшселәр синыфы вәкилдәрен берләштергән фирҡәләр сағыштырмаса һуңыраҡ ойоша башлай. Уларҙың төп маҡсаттары: иҙеүсе синыфтарға, капиталистик социаль-сәйәси тәртиптәргә ҡаршы көрәш һәм синыфтар ҡаршылығынан азат булған яңы йәмғиәт төҙөү. Бындайҙар иҫәбенә тәү сиратта «социалистик» һәм «социаль-демократик фирҡә»ләр инә. Уларҙың һан яғынан артыуы [[II Интернационал]] эшмәкәрлеге менән турана-тура бәйле. Был фирҡәләр марксистик идеология нигеҙендә ойоша һәм эшмәкәрлектәренең тәүге осорҙарында еңеп сығып, власть алыу өсөн һайлауҙарҙа ҡатнашыу бурысын үҙ алдына ҡуймай. Дөйөм алғанда, уларҙың быға мөмкинселектәре лә булмай тиерлек. Аҙаҡтан, ойошоу йәһәтенән сағыштырмаса нығынғас ҡына, улар парламент эшмәкәрлегенә ҡушыла. Бында ла улар бары үҙҙәренең программаларын пропагандалау һәм киңерәк таратыуҙы тәү маҡсат итеп ҡуя, сөнки был сәйәси фирҡәләр сығышы менән тик социаль һәм идеологик йүнәлешкә ҡоролған.