Сәйәси фирҡә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
26 юл:
 
== Сәйәси фирҡәләрҙең ҡыҫҡаса тарихы ==
Бөгөнгө фирҡәләрҙең күбеһенең тарихы XIX быуаттан башлана. Был тәү сиратта [[Көнбайыш илдәре]]нең ҡайһы берҙәрендә дөйөм һайлау хоҡуғы индереү менән бәйле. Нәтижәлә, дәүләт власын һайлауҙар аша ғәмәлгә ашырыу кеүек сәйәси тормоштоң иң мөһим мәсьәләһен хәл итеүгә халыҡтың киң ҡатламдары йәлеп ителә. Нәҡ ошо осорҙа, [[Европа]]ла тәүгеләр рәтендә либералдар үҙ идеологияһы һәм парламентта фракцияһы булған ойошмаларын төҙөй. [[Германия]]лағы «Прогрессив фирҡә»не ([[урыҫ теле|урыҫ]]са — «Прогрессивная партия»), «[[Бельгия]] либерал фирҡәһе»н беренселәр тип иҫәпләргә була. Уларға эйәреп, консерваторҙар ҙа үҙ ойошмаларын төҙөй: мәҫәлән, [[Англия]]лағы «Консерваторҙар клубы» ([[урыҫ теле|урыҫ]]са — «Клуб консерваторов»). Был берләшмәләр оҙаҡ ҡына ваҡыт үҙҙәрен «сәйәси фирҡә» түгел, ә «фекерҙәштәр берлеге» тип атап йөрөтә. Һайлау хоҡуғын артабан киңәйеүе уларҙы берлектәрен тәү сиратта ойоштороу йәһәтенән нығытыуға этәрә.
 
Шул уҡ ваҡытта, был сәйәси берләшмәләрҙе «парламент фирҡәһе булып ойошҡандар» һәм «парламенттан тыш төҙөлгәндәр» тип икегә бүлеп ҡарарға кәрәк. Тәүгеләре, конституцион ҡоролош механизмы булараҡ, алдараҡ барлыҡҡа килгән. Тора-бара йәмғиәттең теге йәки был төркөмдәре уларҙы үҙ ихтияждарын яҡлаусылар итеп ҡабул итә башлай. Фирҡәләр, үҙ сиратында, нәҡ ошо төркөмдәрҙән яңы ағзалар йыйыу менән бергә уларҙы үҙ эшмәкәрлеген хуплауға йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш алып бара. [[Бөйөк Британия]]ның Консерватив фирҡәһе ([[урыҫ теле|урыҫ]]са — Консервативная партия [[Великобритании]]), парламент эсендә ойошоп, нәҡ ошондай тарихи үҫеш кисерһә, был илдең Лейбористар фирҡәһе ([[урыҫ теле|урыҫ]]са — Лейбористская партия [[Великобритании]]), киреһенсә, башта уҡ [[инглиз]] эшселәр хәрәкәтенә ҡағылышлы ойоша һәм тик һуңыраҡ ҡына парламент фирҡәһенә әйләнә. [[Европа]] илдәренең күпселек фирҡәләре лә шулай уҡ парламенттан тыш барлыҡҡа килгән – уларҙың нигеҙен төрлө йүнәлештәге клубтар, студент ойошмалары, һөнәри берекмәләр, крәҫтиән копперативтары һәм башҡалар тәшкил итә.