Сәйәси фирҡә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
 
Сәйәси ойошмаларҙың бындай бүленешен, әлбиттә, шартлы тип ҡабул итергә кәрәк. Шуға ла уларҙың һәр төрөн тағы ла вағыраҡ төркөмдәргә айырырға була. Мәҫәлән, һайлау берләшмәләрен: 1) шәхсигә (бер кеше тарафынан булдырылған), 2) «күпселек фирҡәһе»нә (([[урыҫ теле|урыҫ]]са - партия большинства) һәм 3) программа нигеҙендә ойошҡан берләшмәгә бүлергә мөмкин. Бынан сығып ҡарағанда, миҫал өсөн: [[Америка Ҡушма Штаттары]]ның [[Демократик фирҡә]]һен ([[урыҫ теле|урыҫ]]са — Демократическая партия США) икенсе төркөмгә, [[Республика фирҡәһе]]н ([[урыҫ теле|урыҫ]]са — Республиканская партия США) - өсөнсөгә индерәләр.
 
== Сәйәси фирҡәләрҙең ҡыҫҡаса тарихы ==
Бөгөнгө фирҡәләрҙең күбеһенең тарихы XIX быуаттан башлана. Был тәү сиратта [[Көнбайыш илдәре]]нең ҡайһы берҙәрендә дөйөм һайлау хоҡуғы индереү менән бәйле. Нәтижәлә, дәүләт власын һайлауҙар аша ғәмәлгә ашырыу кеүек сәйәси тормоштоң иң мөһим мәсьәләһен хәл итеүгә халыҡтың киң ҡатламдары йәлеп ителә. Нәҡ ошо осорҙа, [[Европа]]ла тәүгеләр рәтендә либералдар үҙ идеологияһы һәм парламентта фракцияһы булған ойошмаларын төҙөй. [[Германия]]лағы «Прогрессив фирҡә»не («Прогрессивная партия»), «[[Бельгия]] либерал фирҡәһе»н беренселәр тип иҫәпләргә була. Уларға эйәреп, консерваторҙар ҙа үҙ ойошмаларын төҙөй: мәҫәлән, [[Англия]]лағы «Консерваторҙар клубы» («Клуб консерваторов»). Был берләшмәләр оҙаҡ ҡына ваҡыт үҙҙәрен «сәйәси фирҡә» түгел, ә «фекерҙәштәр берлеге» тип атап йөрөтә. Һайлау хоҡуғын артабан киңәйеүе уларҙы берлектәрен тәү сиратта ойоштороу йәһәтенән нығытыуға этәрә.