Ғафуров Марсель Абдрахман улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
"'''Ғәфүров Марсель Абдрахман улы''' (10 май 1933 – 16 июнь 2013) - Башҡортостандың ур…" исемле яңы бит булдырылған
 
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Марсель Абдрахман улы Ғәфүров 1933 йылдың 10 майында [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Мораҡ]] (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Күгәрсен районы]]) [[Мораҡ]] ауылында тыуған. 1948 йылда, һигеҙ синыфтан һуң, [[Мораҡ]] педагогия училищеһына уҡырға керә һәм был махсус урта уҡыу йортон 1951 йылда тамамлай. Яҡшы билдәләре һәм өлгөлө тәртибе өсөн эшләп тормай уҡыуын артабан вузда дауам итергә хоҡуҡ алғанлыҡтан, ошо йылда уҡ [[К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты]]на (1957 йылдан [[Башҡорт дәүләт университеты]]) уҡырға инә һәм уның урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультетын 1955 йылда отличие менән бөтөрөп сыға. Шул уҡ йылда [[Совет Армияһы]]на алына һәм автомеханик булып хәрби хеҙмәт үтә. 1958 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, республика матбуғатында эш башлай. [[Урыҫ теле]]ндә сыҡҡан [[(Ленинец (гәзит)|«Ленинец»]] йәштәр гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, яуаплы сәркәтип һәм мөхәррир урынбаҫары, ә 1967 йылдан – баҫманың мөхәррире була. Был яуаплы эште үтәгән осорҙа [[ВЛКСМ]]-дың XVI съезында [[Башҡортостан]] комсомол ойошмаһынан делегат булып ҡатнаша. 1972 —1983 йылдарҙа [[«Советская Башкирия»]] республика гәзитенең мөхәррир урынбаҫары вазифаһын уңышлы башҡара. Аҙаҡтан [[Башҡортостан]] Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы хеҙмәткәр булып эшләй.
 
Республика әҙәбиәтен һәм журналистикаһын үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм шәхси ижади ҡаҙаныштары өсөн Марсель Ғәфүров [[Башҡорт АССР-ы]]ның (1976) һәм [[РСФСР]]-ҙың (1982) «атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған.
 
2013 йылдың 16 июнендә [[Өфө]]лә вафат булды, ҡаланың «Көньяҡ» зыяратында ерләнгән.
 
 
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Юл 26 ⟶ 32:
[[Категория:Тәржемәселәр]]
[[Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре]]
[[Категория:РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре]]