Паль Роберт Васильевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
33 юл:
Шиғри ижадта етәрлек дәрәжәлә тәжрибә туплаған әҙип прозала ла үҙен уңышлы һынап ҡараны. Төрлө быуын китап уҡыусылары уның «Иду до конца» (1973) һәм [[башҡорт]] халҡының ҡаһарман улы, ике тапҡыр [[Советтар Союзы Геройы]] хәрби осоусы [[Гәрәев Муса Ғaйса улы|Муса Гәрәев]]ҡа арналған «Есть у неба земля» (1975) повестарын бик йылы ҡаршыланы. Әҙиптең китап баҫыу тарихына арналған «Человек придумал книгу» тигән әҫәре, 1983 йылда [[Мәскәү]]ҙең «Советская Россия» нәшриәтендә күп тираж менән баҫылып, тиҙ арала таралып бөттө.
ХХ быуаттың беренсе ун йыллыҡтарында [[Көньяҡ Урал]]да булған революцион ваҡиғаларҙы әҙәби күҙлектән тергеҙеүгә арналған «Легенды будут потом», «На исходе ночи», «Отзовется в живых», «Бессмертники — цветы вечности» тип исемләнгән роман-хроникаларын әҙәби тәнҡит ыңғай ҡабул итте.
Яҙыусының 2008 йылда [[«Китап» нәшриәте]]ндә донъя күргән «Заглянуть в бездну» исемле повестар китабы «Алтын [[Урал]]» әҙәби премияһына лайыҡ булды.
 
Роберт Паль әҫәрҙәре [[башҡорт]], [[украин теле|украин]], [[ҡаҙаҡ теле|ҡазаҡ]], [[татар теле|татар]], [[сыуаш теле|сыуаш]] һәм башҡа телдәргә әйләндерелгән. Уның китаптары [[Өфө]], [[Мәскәү]], [[Ҡаҙан]] һәм башҡа ҡалаларҙа донъя күрҙе. Әҙиптең һуңғы ун йыллыҡтарҙа яҙылған шиғырҙары ҙәм повестары [[«Бельские просторы»]] журналында донъя күрә килә.
 
Поэзия һәм проза жанрҙары менән бергә Роберт Васильевич тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул [[башҡорт]]санан [[урыҫ теле|урыҫ]]саға [[Башҡортостандың халыҡ шағирҙары]] [[Рауил Бикбаев]] һәм [[Факиһа Туғыҙбаева]], билдәле әҙиптәр [[Муса Ғәли]], [[Рамаҙанов Ғилемдар Йыһандар улы|Ғилемдар Рамазанов]], [[Яҡуп Ҡолмой]], [[Тамара Ғәниева]], [[Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы|Гөлфиә Юнысова]], [[Әнисә Таһирова]] шиғырҙарын, [[Хәким Ғиләжев]] һәм [[Байрамов Әхнәф Арыҫлан улы|Әхнәф Байрамов]]тың повестарын тәржемә итте.
[[Башҡортостан]]дың [[урыҫ теле|урыҫ]] әҙәбиәтен һәм матбуғатын үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө һәм ижади ҡаҙаныштары айҡанлы Роберт Васильевич «[[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Шағир, яҙыусы һәм тәржемәсенең хеҙмәт емештәре шулай уҡ [[Степан Злобин]] һәм [[Фатих Кәрим]] исемендәге әҙәби премиялар менән баһаланды.
 
== Китаптары ==