Паль Роберт Васильевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
29 юл:
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Роберт Паль әҙәби ижад менән уҙған быуаттың илленсе йылдарында, [[Стәрлетамаҡ]] һәм [[Белорет]]та педучилищелә уҡығанда шөғөлләнә башлай, был ҡалалар гәзиттәрендә уның тәүге шиғырҙары баҫыла. [[Башҡорт дәүләт университеты]]нда әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөй, был уның һиҙелерлек әүҙемләшеүенә булышлыҡ итә. Йәш әҙиптең «Живые маки» тип исемләнгән беренсе шиғри йыйынтығы [[Башҡортостан китап нәшриәте]]ндә 1964 йылда донъя күрә. Артабан бер-ике йыл арауыҡ менән шиғырҙар һәм поэмалар тупланған «Горизонты романтики» (1966), «Третье свидание» (1968), «Высокое пламя» (1969), «Лебединое поле» (1972), «До высоты звезды» (1983), «Лицом к лицу» (1988), «Плач одинокой кукушки» (1993) тигән һәм башҡа шиғыр һәм поэма китаптары баҫылып сыға. Дөйөм алғанда, ул тиҫтәләгән шиғри йыйынтыҡ авторы. Роберт Паль шиғырҙарына яҡшылыҡ идеяларын тәүге урынға ҡуйыу, уларға дан йырлау хас. Шағирҙың лирик геройҙарында гел алдынғы сафтарҙа, уларҙа даими әүҙемлек һәм кешелек донъяһының тик ыңғай сифаттары ғына өҫтөнлөк итә.
 
Шиғри ижадта етәрлек дәрәжәлә тәжрибә туплаған әҙип прозала ла үҙен уңышлы һынап ҡараны. Төрлө быуын китап уҡыусылары уның «Иду до конца» (1973) һәм [[башҡорт]] халҡының ҡаһарман улы, ике тапҡыр [[Советтар Союзы Геройы]] хәрби осоусы [[Гәрәев Муса Ғaйса улы|Муса Гәрәев]]ҡа арналған «Есть у неба земля» (1975) повестарын бик йылы ҡаршыланы. Әҙиптең китап баҫыу тарихына арналған «Человек придумал книгу» тигән әҫәре, 1983 йылда [[Мәскәү]]ҙең «Советская Россия» нәшриәтендә күп тираж менән баҫылып, тиҙ арала таралып бөттө.
ХХ быуаттың беренсе ун йыллыҡтарында [[Көньяҡ Урал]]да булған революцион ваҡиғаларҙы әҙәби күҙлектән тергеҙеүгә арналған «Легенды будут потом», «На исходе ночи», «Отзовется в живых», «Бессмертники — цветы вечности» тип исемләнгән роман-хроникаларын әҙәби тәнҡит ыңғай ҡабул итте.
Яҙыусының 2008 йылда [[«Китап» нәшриәте]]ндә донъя күргән «Заглянуть в бездну» исемле повестар китабы «Алтын Урал» әҙәби премияһына лайыҡ булды.
 
== Китаптары ==
* Живые маки: Стихи и поэма. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1964. — 78 с. {{ref-ru}}
Юл 37 ⟶ 43:
== Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре ==
* [[Башҡортостан]]дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
* [[Степан Злобин]] исемендәге әҙәби премия
* [[Фатих Кәрим]] исемендәге әҙәби премия
* «Алтын [[Урал]]» әҙәби премияһы (2008)
 
== Әҙип тураһында ==