Кәримов Фәтих Әхмәтвәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
к
к
27 юл:
 
== Тормош юлы ==
Шағир Фәтих Кәрим [[Бишбүләк районы]] [[Айыт (Бишбүләк районы)|Айыт]] ауылында [[1909 йыл]]дың [[9 ғинуар]]ында донъяға килгән. Тыуған ауылында башланғыс белем ала. Бик йәшләй йәтим ҡалғас, [[ҠазанҠаҙан]]да бер йыл [[Надежда Крупская исемендәге балалар йорто]]нда тәрбиәләнә. [[1925]]—[[1929]] йылдарҙа [[Ҡазан ер төҙөлөшө техникумы]]нда белем ала. Студент мәлендә үк ең һыҙғанып ижад менән шөғөлләнә, гәзит редакцияһында эшләй.
 
Утыҙынсы йылдар Фәтих Кәрим өсөн иң уңышлы һанала. Ул танылған әҙиптәр менән бергә [[СССР]] һәм [[ТАССР]] Яҙыусылар берлеген ойоштороуҙа ҡатнаша. Ете әҙәби китап авторы, 25 йәшлек Фәтих Кәрим буласаҡ Советтар Союзы Геройы, әҙәбиәт өлкәһендә Ленин премияһы лауреаты [[Муса Йәлил]], шағир [[Һаҙи Таҡташ]], яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре [[Ғәлимйән Ибраһимов]], Ҡәүи Нәжми, [[Мирсәй Әмир]], [[Хәсән Туфан]] һәм башҡалар менән [[ТАССР]]-ҙың ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнай. Танылған яҙыусы булып өлгөрә. Ләкин ғәҙел һәм тура һүҙлелеге байтаҡ кешеләргә оҡшамай. Ул ижады сәскә атҡан осорҙа Сталин режимының репрессияһына эләгеп, 1938 йылдың 3 ғинуарында ҡулға алына. Дүрт йылдан ашыу төрмәлә ултыра. [[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланғас 1941 йылдың декабрендә, уның эше буйынса яңынан суд була һәм Фәтих Кәримде ғәйепһеҙ тип табалар. Бөтә ғәйепләнеүҙәрҙән аҡланып төрмәнән сыҡҡас, Фәтих Кәрим үҙ теләге менән фронтҡа китә.
 
Үлемесле һуғыш яланында, окопта, ул 150-гә яҡын шиғыр, биш поэма, бер драма әҫәре («Шакир Шигаев»), ике повесть («Разведчик яҙмалары», «Яҙғы төндә») ижад итә. «Мөхәббәт һәм нәфрәт» (1943), «Моң һәм көс» (1944) тип аталған шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
46 юл:
{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/7237-k-rim-f-tikh-khm-tv-li-uly}}
 
 
[[Категория:Башҡортостан шәхестәре]]
[[Категория:Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары]]
[[Категория:Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар]]
[[Категория:Башҡорт шағирҙары]]
[[Категория:Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар]]