Пар машинаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
45 юл:
1785 йылда Эдмунд Картрайт төҙөгән яңы станок йөн иләүселәрҙең хеҙмәт етештереүсәнлеген 40 мәртәбә арттыра. Шулай итеп, машина ярҙамында туҡыма етештереүсе фабрикалар барлыҡҡа килә. Элек ағым һыу менән эшләүсе машиналарҙы йылға буйында төҙөү кәрәк булған. Ә Уатт пар машинаһын теләһә ҡайһы урынға ҡуйып булған.
 
1769 йылда француз уйлап табыусыһы Николя-Жозеф Кюньо үҙ йөрөшлө беренсе транспорт сараһын - — «fardier à vapeur» (пар менән йөрөй тоған арба) күрһәтә. Ул эшләгән арбаны беренсе [[автомобиль]] тип иҫәпләргә була. Үҙ йөрөшлө пар тракторы, сапҡыс, һуҡҡыс, пресс кеүек башҡа ауыл хужалағы машиналарын механик энергия менән тәьмин итеүсе бик файҙалы энергия сығанағы була. Джон Фитч 1788 йылда төҙөгән [[пароход]] Делавер йылғаһы буйлап [[Филадельфия]] (Пенсильвания штаты) һәм Берлингтон (Нью-Йорк штаты) араһында регуряр рейстар яһай. Ул бортына 30 пассажир ала һәм 7—8 узел тиҙлек менән бара.
 
1804 йылдың 21 февралендә Көньяҡ Уэльста Мертир-Тидвил ҡалаһының Пенидаррен заводында Ричард Тревитик уйлап тапҡан пар менән йөрөшлө беренсе тимер юл локомативы йөрөй башлай.
 
== Әҙәбиәт ==