Туҡтамыш Ишбулатов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ҡалып
1 юл:
{{фамилиялаш|Ишбулатов}}
'''Туҡтамыш Ишбулатов''' (1730—?) — Уложенная комиссия ([[1767]]—[[1768]]) депутаты.
 
Мәғдән сәнәғәтен етәкләүсе ҙур шәхес, 20 йыл тиерлек [[башҡорттар]]ҙың иң күп халыҡлы, иң алдынғы [[Ғәйнә]] өлкәһе старшинаһы була. Өфө провинцияһы башҡорттарының наказдары авторы. [[Башҡортостан]]дың [[Рәсәй]]гә ингәндән алып XVII быуатҡа тиклемге тарихын һәм закондарын үҙләштергән. [[Башҡорт теле|Башҡорт]] һәм [[урыҫ теле|урыҫ]] телдәрендә уҡый-яҙа белгән. Наказдарҙы ул урыҫ телендә әҙерләгән.
 
Өфө дворяндары башҡорт ерҙәренә дәғүә иткәндә: «Башҡорт ерҙәрен талау етер һеҙгә! Һеҙ шул тиклем күп таланығыҙ, хатта, башҡорттарҙың үҙҙәренә ер ҡалманы»,  — тип белдерә. Күҙ алдына килтерегеҙ: XVIII быуат, [[Екатерина II|Екатерина Икенсе]] заманы. Ниндәйҙер башҡорт, [[Санкт-Петербург|ПетербургПетербургка]]ка килеп, шулай сығыш яһаһын әле!
 
[[Өфө]] сауҙагәрҙәре Өфө провинцияһында сауҙала монополияға эйә булыуҙы талап иткәндә: «Һеҙ Өфөнө хеҙмәтләндереп өлгөрмәйһегеҙ. Бер генә урыҫ сауҙагәре лә беҙҙең Ғәйнә өлкәһенә килеп етә алғаны юҡ. Үҙебеҙҙең хужалыҡ продукттары менән үҙебеҙгә сауҙа итергә рөхсәт бирегеҙ!»  — тип шарт ҡуя.
 
[[1836]] йылдың 11 февралендәге Указ менән башҡорт старшиналарын күҙәтергә мишәр писарҙарын ҡуялар. Ошо ваҡиғанан һуң 30 йыл үткәс, Туҡтамыш Петербургтағы Дума бинаһында былай тип сығыш яһай: «Беҙҙең, башкорттарҙың, үҙебеҙҙең уҡымышлы кешеләребеҙ етерлек, беҙгә башҡорт писарҙарын ҡуйығыҙ, башҡорт старшиналарын күҙәтеп, провинция канцелярияһына ошаҡлау етер».
 
== Әҙәбиәт ==
* Башҡортостан календары 2006 йыл. Тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Ҡолбахтиндың сығышынан
 
[[Категория:Башҡортостан шәхестәре]]