Шәриф Сөнчәләй: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Персона |имя = Сүнчәләев Шәриф |изображение = |ширина =…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
 
== Тормошо ==
Шәрифулла Хәмиҙулла улы Сүнчәләев (замандаштары араһында ул Шәриф Сүнчәләй исеме менән билдәле) 1885 йылдың 3 ноябрендә [[Һарытау]] губернаһының [[Хвалын өйәҙе]] [[Иҫке Мәстәк]] ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1903 йылда Шәриф Сүнчәләй Ҡазан уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға бара. 1905 - 1907 йылдарҙағы беренсе урыҫ революцияһы осоронда шәкерттәр сыуалышында ҡатнаша, листовкаларҙы тәржемә итеп тарата. Уҡытыусылар мәктәбен тамамлағас, 1907 йылда Шәриф Сүнчәләй [[Пермь губернаһы]]ның [[СарашиСараш (Барҙа районы)|Сараш]] урыҫ-башкорт мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә. Быны ул халыҡ араһында сәйәси-ағартыу эше менән бергә алып бара. Батша ялсылары уҡытыусыға бер урында тыныс ҡына эшләргә ирек бирмәй. 1915 йылда ул [[Өфө губернаһы]]ның [[Бәләбәй өйәҙе]] [[Ҡарғалы]] ауылына күсерелә. Бында ул мәктәптән тыш уҡытыу бүлеге мөдире була.
 
[[Февраль революцияһы]] ваҡытында Шәриф Сүнчәләй ярлы крәҫтиәндәрҙе митингыларға, юғары башланғыс училище уҡытыусыларын һәм шәкерттәрен демонстрацияларға саҡыра, яңы тормош төҙөргә өндәй, халыҡ алдында күп тапҡыр телмәр тота.