Әхмәҙиев Риф Барый улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Fix URL prefix
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
28 юл:
}}
 
'''Әхмәҙиев Риф Барый улы''' (13.02.1954) — билдәле [[башҡорт]] әҙәбиәт белгесе, шағир, филология фәндәре докторы, профессор, [[Рәсәй ФедерацияһыныңФедерацияһы]]ның почетлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре, [[Башҡортостан РеспубликаһыныңРеспубликаһы]]ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, [[Рәсәй]] һәм [[Башҡортостан]] Яҙыусылар союзы ағзаһы.
 
== Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Риф Әхмәҙиев 1954 йылдың 13 февралендә [[Башҡорт АССР-ы]] (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Ҡыйғы районы]] [[Әбдрәзәк]] ауылында тыуған. [[Арыҫлан (Ҡыйғы районы)|Арыҫлан]] урта мәктәбен тамамлағас, совхозда, унан һуң мәктәптә эшләй. 1972—19741972 — 1974 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә, һуңынан [[Ҡыйғы районы]] «Киров» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары була. 1975 йылда [[Башҡорт дәүләт университеты]] филология факультетының башҡорт]]-урыҫ]] бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында факультеттың комсомол ойошмаһын етәкләй. Уҡыуын тамамлап, университетта эштәэшкә ҡалдырылғас, [[Башҡорт дәүләт университеты|БДУ]]-ның ВЛКСМ комитеты секретары итеп һайлана, ситтән тороп тел ғилеме буйынса аспирантурала уҡый. Йәштәр ойошмаһы етәксеһе булараҡ, күп башланғыстар менән сығыш яһай, студент төҙөлөш отрядтары эшмәкәрлеге, йәштәрҙең уҡыуы, ялы һәм көнкүреше менән әүҙем шөғөлләнә. 1984—1986 йылдарҙа университеттың әҙерлек бүлегендә уҡытыусы һәм декан урынбаҫары, 1986 йылдан [[Башҡорт дәүләт университетыныңуниверситеты]]ның филология, һуңынан башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡытыусы, доцент, декан урынбаҫары була. 2013 йылдан ошо факультеттың деканы, журналистика кафедраһы профессоры. Университетта эшләүенең тәүге йылдарына уҡ «Белем» йәмғиәтенең әүҙем лекторҙарының береһе, уның [[башҡорт]] әҙәбиәте һәм журналистикаһына, ижтимағи-сәйәси темаларға арналған сығыштары тыңлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
Студент йылдарында уҡ Риф Әхмәҙиев ғилми-тикшеренеү менән ныҡлап мауыға башлай, курс эштәрен һәм дипломын башҡорт драматургияһының үҫеш мәсьәләрен өйрәнеүгә арнай. Аспирантурала уҡығанда был проблемалар менән төплө һәм маҡсатҡа ярашлы шөғөлләнә. Уның кандидатлыҡ һәм 2004 йылда яҡланған докторлыҡ диссертациялары нәҡ ошо темаларға арнала. Бер үк ваҡытта ул башҡорт драматургтары ижадын да төплө тикшерә. Артабан ғалим республика журналистикаһының тарихына, көндәлек торошона һәм үҫешенә ныҡлы иғтибар итә. Һаналған йүнәлештәр буйынса тиҫтәнән артыҡ фәнни монография һәм хеҙмәт баҫтырыу менән бергә, университет уҡытыусыһы булараҡ, студенттар өсөн күп кенә дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары ла әҙерләне. Фән докторының уҙған быуаттың 70 — 80-се йылдарындағы [[башҡорт]] драматургияһының жанр һәм стиль үҙенсәлектәренә арналған ғилми хеҙмәттәренән "Хәҙерге [[башҡорт]] комедияһы проблемалары (1992), «Шағир драматургияһы» (1994), «Суть и суд жанра» (1996), «Хәҙерге [[башҡорт]] драматургияһы: конфликт проблемаһы һәм жанр формаларының төрлөлөгө» (2003), «Конфликты. Жанры. Характеры» (2009) тигән фәнни хеҙмәттәре киң билдәллек яуланы һәм авторын республиканан ситтә лә яҡшы таннытты.
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==
Бер үк ваҡытта Риф Әхмәҙиев XX быуаттың 80-се йылдарынан ныҡлап оло әҙәбиәткә килгән нескә хисле лирик шағир булып та Башҡортостандан[[Башҡортостан]]дан ситтә лә киң танылыу алды. Тәүге шиғырҙары республиканың «Башҡортостан пионеры» ([[Йәншишмә (гәзит)|хәҙер «Йәншишмә»]]), «Ленинсы»-«Ленинец» ([[ Йәшлек (гәзит)|хәҙер «Йәшлек»]]), [[Башҡортостан (гәзит)|«Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан»)]] гәзиттәрендә, 1981 йылда нәшер ителгән «Йәш көстәр» альманахында донъя күрһә, 1982 йылда әҙип «Күк йөҙө» тип исемләнгән тәүге шиғри йыйынтығын уҡыусы хөкөмөнә тапшыра.
 
Артабан уның шиғриәт һөйөүселәр йылы ҡабул иткән әҫәрҙәре һаналған һәм башҡа гәзиттәрҙә, [[Башҡортостан ҡыҙы (журнал)|«Башҡортостан ҡыҙы»]] һәм [[Ағиҙел (журнал)|«Ағиҙел»]] журналдарында, шулай уҡ татар һәм урыҫ телдәрендә баҫылып тора. 1992 йылда сыҡҡан «Тәҙрәләр» тип аталған икенсе йыйынтығы тиҙ арала шиғыр һөйөүселәр араһында таралып бөтә. Авторҙың артабанғы йылдарҙа донъя күргән «Һөйөү көсө» һәм «Сәскәләр моңо» китаптары ла шул уҡ яҙмышҡа дусар була. Риф Әхмәҙиев шиғриәтендә тыуған илгә һәм үҙебеҙҙең хозур тәбиғәткә һөйөү, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт темаһы менән бергә фәлсәфә лирикаһы ла ныҡлы һәм һиҙелерлек урын алып тора. Шағир мәңгелек булған пробламалар — йәшәү рәүеше һәм тормош мәғәнәһе, изгелек һәм яманлыҡ тураһында тере һәм сағыу образдар аша фекерҙәрен асып ҡына ҡалмай, был турала уҡыусыны ла етди уйлланырға мәжбүр итә. Юҡҡа ғына композиторҙар [[Айрат Кәримов, [[Айрат Ҡобағошов һәм башҡаларҙың Риф Әхмәҙиев шиғырҙарына яҙылған тиҫтәләгән йырҙары радио һәм телевизор аша даими яңғырап тормай. Әҙип 1994 йылдан [[Башҡортостан һәм [[Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
 
== Ғилми хеҙмәттәре ==
49 юл:
 
== Шиғри йыйынтыҡтары ==
* Йәш көстәр. Авторҙар коллективы. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 142 бит.
* Күк йөҙө: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 42 бит.
* Күк йөҙө. 1982.
* Тәҙрәләр: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 56 бит.
* Сәскәләр моңо: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2001. — бит.
* Һөйөү көсө: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005. — бит.
 
== Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре ==
86 юл:
[[Категория:Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар]]
[[Категория:Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары]]
[[Категория:Ҡыйғы районында тыуғандар]]