Нәфис әҙәбиәт: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
|||
16 юл:
=== Лирика ===
Лирика — бороңғо [[грек теле]]ндәге «λυρικός» һүҙенән алынған, [[урыҫ теле|урыҫсаға]] туранан-тура — «исполняемый под звуки лиры, чувствительный, лирный» тип тәржемә ителһә лә хәҙерге ваҡытта башлыса һанап үтелгәндәге һуңғы мәғәнәләре менән нығынып ҡалған һәм күп телдәрҙә, шул иҫәптән [[урыҫ теле|урыҫса]] һәм [[башҡорт]]са ла шул төшөнсәне аңлатыу өсөн ҡулланыла. Шулай итеп, лирика — нәфис әҙәбиәттең өсөнсө төрө, һәм ул кешеләрҙең эске донъяһын тәшкил иткән аңын, хис-тойғо һәм кисерештәрен, тәьҫораттарын, күңелдә улар ҡалдырған эҙҙәрен яҡтыртыуға нигеҙләнә. Лирик әҫәрҙәрҙә һүрәтләү элементтары булһа ла, төп иғтибар геройға йүнәлтелә, һәм, дөйөм алғанда, лирика шәхсән (субъектив) характерҙа булып, унда авторҙың «мин» төшөнсәһе беренсе планға ҡуйыла. Әгәр ҙә ижадсы тулы мәғәнәлә шәхес кимәленә күтәрелһә, уның әҫәрҙәре лә донъяуи әһәмиәткә эйә була. Был йәһәттән атаҡлы
Лирик әҫәрҙең төп күрһәткестәре — сағыштырмаса ҡыҫҡалыҡ, сюжет берлеге һәм ниндәйҙер бер ваҡыт арауығын сағылдырыуы. Бындай ижад өлгөләренең күбеһе поэзияға ҡарай. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, лирик поэзия тәү сиратта шағирҙәң хистәрен һәм уй-кисерештәрен сағылдыра. Әҙәбиәт белемендә лирик жанрҙарға шиғыр, (шул иҫәптән йыр — көйгә һалынған шиғыр), шулай уҡ шиғри жанрҙарға ҡараған ода, элегия, эпиграмма, мөрәжәғәт, эпитафия, бағышлау һәм башҡалар инә.
== Сығанаҡтар ==
* Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл.
|