Нәфис әҙәбиәт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
 
== «Нәфис әҙәбиәт» төшөнсәһе ==
Нәфис йәки матур әҙәбиәт ([[урыҫ теле|урыҫса]] художественная литература), сәнғәттең ҡайһы бер башҡа төрҙәре кеүек һәм бер уҡ ваҡытта халыҡ ижады өлгөләренән айырмалы рәүештә, башлыса теге йәки был автор ижад иткән әҙәби әҫәрҙәрҙән ғибәрәт. Уларҙағы төп фекер фәнни әҙәбиәттәге кеүек туранан-тура әйтелмәй, әҙип тапҡан сағыу образдар аша һәм әҫәрҙең бар йөкмәтеһе ярҙамында уҡыусыға еткерелә. Йөкмәткегә авторҙың ҡарашынан сығып, нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәре өс дөйөм төргә — эпос, драма һәм лирикаға бүленә, ә улар үҙ сиратында төрлө жанрҙарҙы берләштерә. Әҫәрҙең тексы формаһынан сығып нәфис әҙәбиәт проза һәм поэзияға бүленеп йөрөй. Сәнғәттең был төрөн өйрәнеүселәр яйлыраҡ булһын өсөн нәфис әҙәбиәтте тарихи планда осорҙарға йәки дәүерҙәргә бүлеп ҡарай. Был йәһәттән бороңғо, урта быуаттар әҙәбиәте, артабан Яңырыу (Эпоха Возрождения) һәм Мәғрифәтселек (Эпоха ВозрожденияПросвещения) дәүерҙәре, шулай уҡ XIX быуат һәм хәҙерге заман әҙәбиәте тураһында һүҙ алып барырға була.
 
== Нәфис әҙәбиәт төрҙәре ==
14 юл:
 
=== Лирика ===
Лирика — бороңғо [[грек теле]]ндәге «λυρικός» һүҙенән алынған, [[урыҫ теле|урыҫсаға]] туранан-тура — «исполняемый под звуки лиры, чувствительный, лирный» тип тәржемә ителһә лә хәҙерге ваҡытта башлыса һанап үтелгәндәге һуңғы мәғәнәләре менән нығынып ҡалған һәм күп телдәрҙә, шул иҫәптән [[урыҫ теле|урыҫса]] һәм [[башҡорт]]са ла шул төшөнсәне аңлатыу өсөн ҡулланыла. Шулай итеп, лирика кешеләрҙең эске донъяһын тәшкил иткән аңын, хис-тойғо һәм кисерештәрен, тәьҫораттарын, күңелдә улар ҡалдырған эҙҙәрен яҡтыртыуға нигеҙләнгән нәфис әҙәбиәт төрө. Лирик әҫәрҙәрҙә һүрәтләү элементтары булһа ла, төп иғтибар геройға йүнәлтелә, һәм, дөйөм алғанда, лирика шәхсән (субъектив) характерҙа булып, унда авторҙың «мин» төшөнсәһе беренсе планға ҡуйыла. Әгәр ҙә ижадсы тулы мәғәнәлә шәхес кимәленә күтәрелһә, уның әҫәрҙәре лә донъяуи әһәмиәткә эйә була. Был йәһәттән Көнсығыштың атаҡлы мәғрифәтсе яҙыусыһы Саади, Италияның Яңырыу осоро шағиры Ф.Петрарка, инглиз романтик шағиры Дж. Байрон, урыҫ һәм урыҫ совет әҙәбиәте вәкилдәре Александр Пушкин, Александр Блок, Сергей Есенин, Владимир Маяковский миҫалға килтерергә була. Башҡортостандың халыҡ шағиры мәшһүр Мостай Кәримгә лә хаҡлы рәүештә ошондай ижадсылар исемлегендә ныҡлы урын бирергә була.
 
== Сығанаҡтар ==