Рәимов Риф Мөхсин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә сығанаҡ, категория
к
13 юл:
|Учёная степень = {{Учёная степень|доктор|исторических наук}}
|Учёное звание = {{Учёное звание||0}}
| Альма-матер = [[К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты]]
| Научный руководитель =
| Знаменитые ученики =
27 юл:
1937—1941 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Тарих институтында (Мәскәү ҡалаһы) өлкән ғилми хеҙмәткәр була. Башҡорт халҡының тарихын өйрәнеү буйынса маҡсатлы тикшеренеү эштәре алып бара, 1938 йылда диссертация яҡлай һәм тарих фәндәре кандидаты ғилми дәржәһен ала. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән баш ҡалала ойошторолған халыҡ ополчениеһы составына яҙыла, Мәскәүгә яҡын ерҙәрҙә һаҡлау ҡоролмалары төҙөүҙә һәм ҡаланы ҡурғалау һуғыштарында ҡатнаша.
 
1942—1943 йылдарҙа [[К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты]]нда (1957 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты) доцент булып эшләй. 1943—1944 йылдарҙа ВКП(б)-ының Башҡортостан өлкә комитеты секретаре була. Һуғыштан һуң Риф Рәимов кире Мәскәүгә ҡайта һәм СССР Фәндәр Академияһының Тарих институтында фәнни эшмәкәрлеген дауам итә, фәнни журналдарҙа Башҡортостан тарихына һәм уны өйрәнеүгә арналған күп һанлы мәҡәләләр баҫтыра. 1950 йылда тарих фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, тағы бер аҙҙан профессор итеп һайлана. Ғалимдең 1952 йылда СССР Фәндәр Академияһы нәшриәтендә донъя күргән «Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики» тигән күләмле китабы 1917—1922 йылдарҙағы ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙы тарихи күҙлектән тикшереүҙә беренсе төплө хеҙмәт була һәм тарихи сығанаҡтарға нигеҙләнеп яҙылыуы менән әле лә әһәмиәтен юғалтмаған. Тарихсы-ғалим ғүмеренең һуңғы көндәренәсә фәнни тикшеренеүҙәрен туҡтатмай. Риф Рәимов 1953 йылдың 15 февралендә Мәскәүҙә вафат була, ҡаланың Лефортов районындағы Введен зыяратында ерләнгән.
 
Риф Рәимовтың тыуған районының үҙәге Ҡалтасы ауылындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейенда арҙаҡлы ғалимгә арналған махсус мөйөш булдырылған.
34 юл:
1937—1941 йылдарҙа һәм һуғыштан һуң ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем СССР Фәндәр Академияһының Тарих институтында эшләү дәүерендә Риф Рәимов Башҡортостан тарихын өйрәнеү менән әүҙем һәм эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә. Кәрәкле документтар табыу маҡсатында Мәскәү архивтарында даими эшләй. Ғилми эшмәкәрлеге башланғанда ул Волга буйында һәм Башҡортостанда 1905 йылғы Беренсе урыҫ революцияһы осорондағы ваҡиғаларҙы фәнни күҙлектән ныҡлап өйрәнә һәм нәҡ ошо темаға 1938 йылдың декабрендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
 
Ғалимдең уның нигеҙендә урыҫ телендә яҙылған «1905 год в Башкирии: революционное движение в 1905-19071905—1907 гг.» исемле тәүге тарихи хеҙмәте 1941 йылда СССР Фәндәр Академияһы нәшриәтендә баҫыла. Бөгөнгө көндә был китаптың электрон вариантын «Рәсәйҙең ғилми мираҫы» тип исемләнгән Электрон китапханала табырға була. Тарихсы шулай уҡ башҡорт полктарының [[Ватан һуғышы (1812)|1812 йылғы Ватан һуғышында]] ҡатнашыуын да тәүсығанаҡтарға таянып тикшерә. Йыйылған материалдарын, «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы» исемле күләмле монография итеп, Риф Рәимов 1943 йылда Өфөлә [[Башҡортостан дәүләт нәшриәте]]ндә урыҫ һәм башҡорт телдәрендә донъяға сығара. Совет халҡының немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алып барған ҡаты һуғыш көндәрендә баҫылған был китап республика халҡының патриотик һәм хәрби рухын артабан күтәреүгә ҙур өлөш индерә. Илебеҙгә тыныс көндәр килгәс, тарихсы тыуған Башҡортостанына арналған тикшеренеүҙәрен артабан дауам итә. Уның 1950 йылда яҡлаған докторлыҡ диссертацияһына нигеҙ булған эҙләнеүҙәре «Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики» тигән күләмле китапҡа әүерелә. 1917—1922 йылдарҙағы Башҡортостан тормошон сағылдырған был монография 1952 йылда СССР Фәндәр Академияһы нәшриәтендә баҫылып сыға. Артабанғы быуын һәм бөгөнгө көн тарихсылары был әһәмиәтле хеҙмәткә йыш мөрәжәғәт итә.
 
== Баҫылған хеҙмәттәре ==
* 1905 год в Башкирии: революционное движение в 1905 −19071905−1907 ггг.г., — М.,: Издательство Акад.наук СССР., 1941. — 219 с.
* Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа, Башгосиздат, 1943.
* 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы. — Өфө,: Башҡортостан дәүләт нәшриәте., 1943.
* Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики. — М.,: АН СССР, 1952.
 
== Һылтанмалар ==
47 юл:
* [http://nasledie.enip.ras.ru/ras/view/publication/general.html?id=45374752]
 
[[Категория:Ғосмания мәҙрәсәһен тамамлаусылар]]
 
[[Категория:Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары]]