Нәфис әҙәбиәт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
"'''Нәфис әҙәбиәт''' — берҙән-бер материал сифатында һүҙҙе ҡулланып, телдең төрл…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Нәфис әҙәбиәт'''  — берҙән-бер материал сифатында һүҙҙе ҡулланып, телдең төрлө ҡоролмалары һәм формалары ярҙамында, махсус алымдар һәм әҙәби образдар аша тирә-яҡ ысынбарлыҡ тураһында мәғлүмәт биреүсе сәнғәт төрө.
 
== Нәфис әҙәбиәт төшөнсәһе ==
Нәфис (йәки матур) әҙәбиәт, сәнғәттең ҡайһы бер башҡа төрҙәре кеүек, халыҡ ижады өлгөләренән айырмалы рәүештә, башлыса теге йәки был автор ижад иткән әҙәби әҫәрҙәрҙән ғибәрәт. Уларҙа төп фекер, фәнни әҙәбиәттәге кеүек, туранан-тура әйтелмәй, әҙип тапҡан сағыу образдар аша һәм әҫәрҙең бар йөкмәтеһе ярҙамында уҡыусыға еткерелә. Йөкмәткегә авторҙың ҡарашынан сығып, нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәре өс дөйөм төргә — эпос, драма һәм лирикаға бүленә, ә улар үҙ сиратында төрлө жанрҙарҙы берләштерә. Әҫәрҙең тексы формаһынан сығып нәфис әҙәбиәт проза һәм поэзияға бүленеп йөрөй. Сәнғәттең был төрөн өйрәнеүселәр яйлыраҡ булһын өсөн нәфис әҙәбиәтте тарихи планда осорҙарға йәки дәүерҙәргә бүлеп ҡарай. Был йәһәттән бороңғо, урта быуаттар әҙәбиәте, артабан Яңырыу (Эпоха Возрождения) һәм Мәғрифәтселек (Эпоха Возрождения) дәүерҙәре, шулай уҡ XIX быуат һәм хәҙерге заман әҙәбиәте тураһында һүҙалып барырға була.
 
== Нәфис әҙәбиәт төрҙәре ==
 
=== Эпос ===
Эпос  — бороңғо [[грек теле]]ндәге «ἔπος» һүҙенән алынған, [[урыҫ теле|урыҫса]]ға «слово», «повествование» тип тәржемә ителһә, [[башҡорт]]са «һүҙ», «һөйләү», «хикәйәләү» тигән мәғәнәне бирә. Шулай итеп, эпос  — үткән замандарҙа булған хәл-ваҡиғалар тураһында бәйән итеү.
 
=== Драма ===
 
=== Лирика ===
 
== Сығанаҡтар ==
* Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. Дөйөм белешмәләр:  — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 342 бит.
 
[[Категория:Әҙәбиәт]]