Зарарлы бәйлелек (аддикция): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Адди́кция''' ({{lang-en|addiction}} — ''бәйләнгәнлек, зарарлы ғәҙәт''), киң мәғәнәлә, — б…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

17:14, 11 март 2015 өлгөһө

Адди́кция (ингл. addiction — бәйләнгәнлек, зарарлы ғәҙәт), киң мәғәнәлә, — билдәле бер даирәлә кешегә йоғонто яһай торған бәйләнсек талап. Термин йыш ҡына, дарыуға бәйләнгәнлек, наркомания кеүек күренештәр өсөн ҡулланыла, хәҙерге көндә химик булмаған бәйләнгәнлек өсөн дә ҡулланыла[1], мәҫәлән интернетҡа бәйләнгәнлек, комьютер уйындарына бәйләнгәнлек, шопоголизм, артыҡ ашау, фанатизм һәм башҡалар.[2][3][4][5]

Үҙ ихтыярынан тыш, шәхес өсөн ят һәм еңел генә ҡотола алмаҫлыҡ ғәҙәттәрҙе үҙләштереү, шәхес был ғәҙәттең насар икәнлеген төшөнә һәм хатта уларға ҡаршы уңышһыҙ көрәшә лә.

Термин тарихы

Иң тәүҙә был, дарыу препараты ҡулланыу менән бәйле, фармакология термины булған. Дарыуҙы (легаль йәки легаль булмаған наркотикты) ҡапыл туҡтытыу синдромы булмаһын өсөн тейешле күләмдә ҡабул итеү, шуға бәйле үҙ-үҙеңде тотоу бәйлелегенә килтерә[6]. Дөйөм алғанда, аддикция шартлы рәүештә физик бәйлелек синдромына һәм психологик үҙ-үҙеңде тотоу синдромына бүленә[7][8].

Психологияла үҙ-үҙеңде тотоу аддикцияһы, шәхес аңының билдәле бер эшмәкәрлеккә бәйле торошо, был бәйлелекте үҙ алдына еңеп сыға алмау хәле тип билдәләнә.

Иҫкәрмәләр

  1. А.Л.Свенцицкий. Краткий психологический словарь. — Проспект, 2011. — С. 11. — 512 с. — ISBN 978-5-392-01704-1.
  2. Taylor, C.Z. (March 2002). «Religious Addiction: Obsession with Spirituality». Pastoral Psychology (Springer Netherlands) 50 (4): 291–315. DOI:10.1023/A:1014074130084.
  3. "Depression", The Columbia Electronic Encyclopedia, Columbia University Press, 2007, <http://www.infoplease.com/ce6/sci/A0815204.html> 
  4. Все параметры шаблона {{cite web}} должны иметь имя. Nowack, W.J. Psychiatric Disorders Associated With Epilepsy. eMedicine Specialities. WebMD (29 август 2006). Архивировано 5 июнь 2012 года.1 =
  5. Beck, D.A. Psychiatric Disorders due to General Medical Conditions (PDF). Department of Psychiatry, University of Missouri-Columbia (2007). Архивировано 14 апрель 2008 года.1 =
  6. Пятницкая И. Н. Клиническая наркология. Л., Медицина. 1975. 332 с.
  7. Albrecht U, Kirschner NE, Grüsser SM (2007). «Diagnostic instruments for behavioural addiction: an overview». Psychosoc Med 4: Doc11. PMID 19742294.
  8. С.Ю.Циркин. Справочник по психологии и психиатрии детского и подросткового возраста. — 2. — Питер, 2004. — С. 561. — 896 с. — ISBN 5-318-00115-7.